Йәнгел (ҡасаба)
Йәнгел | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Янгельское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Янгельское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
1379 кеше (1970)[2], 1495 кеше (1995)[3], 1473 кеше (2002)[4], 1417 кеше (2010)[5] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 330 метр |
Почта индексы | 457421 |
Йәнгел — (рус. Янгельский) - Рәсәй Силәбе өлкәһенең Агаповка районындағы ҡасаба. Йәнгел ауыл биләмәһе административ үҙәге.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында, Яйыҡ йылғаһының уң ярында, Оло Йәнгел йылғаһы тамағына яҡын урында, төбәк үҙәге Агаповка ауылынан 20 км көньяҡ-көнбайыштараҡ, диңгеҙ кимәленән 330 метр бейеклектә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был төбәккә, Силәбе өлкәһенең көньяғындағы башҡа биләмәләр кеүек үк, XIX быуат уртаһында ғәскәри казак постары булараҡ казактар килеп урынлашҡан.
Йәнгел дә 1740—1743 йылдар араһында Ырымбур сик һыҙатында хәрби пост рәүешендә ойошҡан. 1871 йылда баҫылып сыҡҡан "Ырымбур губернаһының кеше йәшәгән урындары исемлеге"ндә Йәнгел станица булараҡ телгә алына.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станица Оло Йәнгел йылғаһы буйында урынлашҡан һәм башта, башҡа ғәскәр постары кеүек үк, номер менән генә йөрөтөлгән. Исем атарға бойороҡ бирелгәс, казактар уны йылға исеме буйынса Янгельский тип атай башлаған. Йәнгел йылғаһына атама антропоним — боронғо башҡорт исеме Йәнгилдән алып ҡушылған булыуы ихтимал."Башҡорт исемдәре" белешмәһендә Йәнгил исеменә шундай бирелә: Йәнгил (фарс., баш.) — йән+гил (кил). Шулай уҡ Йәнгил тигән йылға, ауыл исемдәре бар тип аңлатыла[6].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[7] | 2010[8] |
1473 | ↘1417 |
- Енси составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ҡасаба халҡының 47,8%-ын ир-егеттәр 52,2%-ын ҡатын — ҡыҙҙар тәшкил иткән.
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ҡасаба халҡының милли структураһынрустар тәшкил иткән — 78 %.
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда А. К. Филатов исемендәге урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, ауыл медицина амбулаторияһы һәм почта бүлеге бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала 8 урам һәм 2 тыҡрыҡ бар[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Челябинская область. Административно-территориальное деление на 1 января 1970 года (урыҫ) — Челябинск: 1971. — 196 с.
- ↑ Административно-территориальное деление Челябинской области по состоянию на 1 июня 1997 года (урыҫ) — Челябинск: 1997. — 263 с.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 63-сө бит
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Агаповский р-н → Янгельский п.