Йәнғәли (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Йәнғәли — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнғәли исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм батыр йәнле, йән + ғәли тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улы (5 октябрь 1932 йыл — 3 октябрь 2003 йыл) — бейеүсе, ҡурайсы, хореограф, халыҡ сәсәне. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1957), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995).
Йәнғәли хан (Шәйхәүлийәр солтандың улы) — Ҡасим хан улы (1519—1531 йәғни 1532).
Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы 1969 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған — журналист, яҙыусы. 2013 йылдан — «Тамаша» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Үтәбаев Таһир Йәнғәле улы 1963 йылдың 12 апрелендә Бөрйән районы Мораҙым ауылында тыуған. Хәрби хеҙмәттә Афғанстанда « Батырлыҡ » миҙалы менән наградланған.
Йәнғәлин Әхмәт-Гәрәй улы- тарих фәндәре кандидаты .Башҡортостан Советтар Союзы Геройы исемлеген асыҡлауға куп көс һалды.
Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Ахун ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына Салауат районы хәрби комиссариатынан саҡырыла. 7-се кавалерия корпусының легендар 16-сы кавалерия дивизияһында (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) хеҙмәт итә.
Сәнғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнғәле көйө - халыҡ көйө
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |