Йәшел театр (Дондағы Ростов)
Иҫтәлекле урын | |
Йәшел театр
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов |
Проект авторы | В. Н. Разумовский |
Нигеҙләнгән | 1950 йылдар аҙағы |
Бөгөнгө хәле | ярым емерек |
Йәшел театр — Дондағы Ростовтағы федераль әһәмиәттәге М. Горький исемендәге Ростов дәүләт драма театры мәҙәни мираҫының бер өлөшө һәм иҫтәлекле урын. Бинаның ихата яғында, Тетар майҙаны, 1 адресы буйынса урынлашҡан[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1957 йылда М. Горький исемендәге театр реконструкциялана, һөҙөмтәлә уның тамаша залы бәләкәйләтелә. Әммә 1960 йылда архитектор В. Н. Разумовский проекты буйынса концерт майҙаны киңәйтелә һәм Йәшел театр атамаһын ала. Өҫтәмә сәхнә 3000 кешегә иҫәпләнә һәм уның майҙаны 300 квадрат метр була. Йәшел театрҙы биҙәү өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Дондағы Ростов скульпторҙары йәлеп ителә. Үҙ исемен театр эргәһендә ағастарҙың күп булыуына бәйле ала. 2000 йылға ҡарата, объект авария торошонда була, уның статусы ахырғаса асыҡланмаған: өлкәнең мәҙәни мираҫ объекттары исемлегендә ул федераль әһәмиәттәге М. Горький исемендәге Ростов дәүләт драма театрының бер өлөшө тип иҫпәпләнһә, РФ Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, был дөрөҫлөккә тап килмәй.
2003 йылда бинаны реконструкциялау уның статусының асыҡланмауы арҡаһында үткәрелмәй. Һуңынан 2012 һәм 2013 йылдарҙа башҡарылырға тейешле ремонт эштәре лә кисектерелә[2]. 2016 йыл башына ойошторусыларҙың пландарында майҙансыҡты ремонтлау һәм паркта бейеклеге 60 метр булған күҙәтеү ҡулсаһын урынлаштырыу ҡарала[3]. Майҙансыҡ 2017 йылда сафҡа индереләсәк һәм 1000-дән ашыу кешене һыйҙырасаҡ тип күҙаллана. Сәхнә майҙаны 300 квадрат метрҙан күберәк буласаҡ. Ошо эштәрҙе башҡарыу өсөн 110 миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Әлегә бина ярым емерек хәлдә, уның 45 проценты туҙған[4].