Кавардаков Владимир Александрович
Кавардаков Владимир Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 22 май 1937 (87 йәш) |
Тыуған урыны |
Рәсәй Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Асҡын, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Кавардаков Владимир Александрович (22 май 1937 йыл — 22 август 2018 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1991 йылдан КПСС-тың Асҡын райкомының беренсе секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған инженеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кавардаков Владимир Александрович 1937 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ының Асҡын районы Асҡын ауылында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1966 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1955 йылда, ауыл хужалығы механизацияһы училищеһен тамамлағас, комбайнер булып башлай.
1956—1959 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була. Армиянан һуң институтта уҡый. Юғары белем алғас, райондың «Сельхозтехника» берекмәһендә өлкән, баш инженер, управляющий, атамаһы үҙгәртелгәндән һуң ремонт-техник предприятиеһе директоры була. 1991 йылдан КПСС-тың Асҡын райкомының беренсе секретары. [1]
Асҡын районы, 157-се Асҡын һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [2]
Ветеран 2018 йылдың 22 авгусында Асҡын ауылында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры
- «Почёт Билдәһе» ордены
- миҙалдар,
- Райондың почётлы гражданы (2019, үлгәндән һуң).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104