Эстәлеккә күсергә

Казанцев Александр Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Казанцев Александр Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1893
Тыуған урыны Калуга, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1979
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Мәскәү энергетика институты
Мәскәү физика-техник институты[d]
Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты
Уҡыу йорто Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Сталинская премия 3-й степени

Казанцев Александр Николаевич (18931979) — радиотехника, радиотулҡындар таралыу өлкәһендә белгес. МЭИ профессоры, техник фәндәр докторы, радиотехника факультеты деканы (1950—1953), МЭИ-ның радиотехника нигеҙҙәре кафедраһы мөдире (1943—1944), антенналы ҡоролмалар һәм радиотулҡындар таралыу кафедраһы мөдире (1944—1957).

Казанцев Александр Николаевич 1893 йылда Калуга ҡалаһында тыуған. Мәскәү юғары техник университетын (МВТУ) тамамлаған. Һуғышҡа тиклем радиотулҡындар таралыу өлкәһендә ғилми эштәр алып бара, Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында (Н. Э. Бауман исемендәге МВТУ) лекциялар уҡый.

1943—1944 йылдарҙа МЭИ-ның радиотехника нигеҙҙәре кафедраһы мөдире була, 1944 йылда А. Н. Казанцев Мәскәү энергетика институтының радиотехника факультетында ойошторолған антенна-фидер ҡоролмалар кафедраһы (артабан «антенналы ҡоролмалар һәм радиотулҡындар таралыу кафедраһы» тип атала) мөдире итеп һайлана. 1957 йылға тиклем ошо вазифала эшләй. 1950—1953 йылдарҙа А. Н. Казанцев Мәскәү энергетика институтының (МЭИ) радиотехника факультеты (РТФ) деканы булып эшләй.

Казанцев Фәндәр академияһының Ҡояш радиофизикаһы һәм шуның менән бәйле Ерҙә радиотулҡындар таралыу өлкәһендә фәнни эштәре буйынса сит илдәргә фәнни экспедицияларға сыға, Радио буйынса Халыҡ-ара Консультатив Комитетта Советтар Союзының вәкиле була; беҙҙең илдең «халыҡ-ара йөкләмәләрен үтәү маҡсатында» Женеваға йөрөй.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа педагогик эшмәкәрлеге менән бер рәттән, А. Н. Казанцев Фәндәр академияһында ҡыҫҡа тулҡындар диапазонындағы ионосфера радио һыҙыҡтарын тикшереүҙәр циклы башҡара. Һөҙөмтәлә уның ҡатнашлығында, ҡыҫҡа тулҡындарҙа ҡыр көсөргәнешлелеген иҫәпләүҙең, радиотулҡындарҙың ионосферала таралыуының төп физик процестарын иҫәпкә алыусы һөҙөмтәле ысулы эшләнә. Был эштәр циклы өсөн А. Н. Казанцев Сталин премияһы менән билдәләнә. 1953 йылда Александр Николаевич Ленин ордены менән бүләкләнә.

1957 йылда А. Н. Казанцев Мәскәү физика-техник институтының (МФТИ) кафедра мөдире вазифаһына күсә. А. Н. Казанцевтың артабанғы уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлеге Мәскәү физика-техник институты менән бәйле.

Казанцев Александр Николаевич 1979 йылда 86 йәшендә Мәскәүҙә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • МЭИ: история, люди, годы: сборник воспоминаний. В 3 томах, 2010, Москва. «Издательский дом МЭИ» т. 2 с. 13.
  • РАДИОТЕХНИЧЕСКОМУ ФАКУЛЬТЕТУ МЭИ — 75 ЛЕТ! ВЕСТНИК МОСКОВСКОГО ЭНЕРГЕТИЧЕСКОГО ИНСТИТУТА. Издательство: Национальный исследовательский университет «МЭИ» (Москва). ISSN: 1993-6982.