Эстәлеккә күсергә

Казиранга

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Казиранга
ассам. কাজিৰঙা ৰাষ্ট্ৰীয় উদ্যান, хинди काज़ीरंगा राष्ट्रीय उद्यान, ингл. Kaziranga National Park
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны170 миль²,
42 996 гектар
Нигеҙләнгән ваҡыты1905
Урынлашыуы
26°39′48″ с. ш. 93°22′14″ в. д.HGЯO

kaziranga100.com
Һиндостан
Точка
Казиранга
ЮНЕСКО
 Казиранга Викимилектә

Казиранга милли паркы (ассам. কাজিৰঙা ৰাষ্ট্ৰীয় উদ্যান, һинд काज़ीरंगा राष्ट्रीय उद्यान, ингл. Kaziranga National Park) — Һиндостандың Ассам штатындағы милли парк. 1985 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Паркка 1905 йылда нигеҙ һалына, һәм 2005 йылда 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Парк нигеҙендә баронесса Мэри Керзон (Һиндостан вице-короле лорд Джордж Керзондың ҡатыны) мөһим роль уйнай.

Ҙур һинд бер мөгөҙлө носорогы

Парк биләгән территорияның майҙаны 688 км2 тәшкил итә. Уның байтаҡ өлөшө Брахмапутра йылғаһы бассейнына ҡарай. Паркта хозур тропик урмандар, йылғалар, иҫ киткес болондар бар. Паркка бөтә донъяға билдәлелек килтергән нәмә — бында донъялағы иң ҙур (донъя һанының 2/3 өлөшө) бер мөгөҙлө носорогтың популяцияһы урынлашҡан[1]. 2018 йылдың мартында Ассам хөкүмәтенең урман хужалығы департаменты һәм ҡырағай тәбиғәт мәсьәләләре менән шөғөлләнгән ҡайһы бер танылған хөкүмәт ҡарамағындағы ойошмалар менән берлектә үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Казиранга милли паркында носорогтар популяцияһы 2413 баш тәшкил итә. Шуларҙың 1641 өлкән носорог, 387 урта йәштәге носорог һәм 385 бала носорог[2]. 2015 йылда носорогтар популяцияһы 2401 баш тәшкил итә.

Шулай уҡ паркта юлбарыҫтар, филдәр, губач айыуҙары, бенгал бесәйҙәре, балыҡ тотоусы бесәйҙәр, гаурҙар, барасингтар, бинтуронгтар һәм башҡа күп кенә ҡырағай хайуандар йәшәй. Паркта һөтимәрҙәрҙең бөтәһе 30-ҙан ашыу төрө иҫәпләнә, шуларҙың 15-е донъяла юҡҡа сығыу хәүефе аҫтында. Казирангта 40-тан ашыу төр ташбаҡа, кеҫәртке һәм йылан иҫәпләнә. Паркта ҡоштар һәм юлбарыҫтар ҡурсаулыҡтары бар. Шулай уҡ юҡҡа сығыу сигендә булған хайуан төрҙәре бар. Паркта меңгә яҡын юҡҡа сығып барыусы буйволдар йәшәй.

  1. Bhaumik, Subir. Assam rhino poaching 'spirals' (ингл.). BBC News (17 апрель 2007). Дата обращения: 23 август 2008. Архивировано 22 ноябрь 2008 года.
  2. Dutt, Anonna Kaziranga National Park's rhino population rises by 12 in 3 years (ингл.). Hindustan Times (30 март 2018). Архивировано 27 апрель 2018 года.