Капатов Игорь Альбертович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Капатов Игорь Альбертович
Тыуған ваҡыты:

1953({{padleft:1953|4|0}})

Тыуған урыны:

Горький ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

с 1977 г.

Театр:

Башҡорт ҡурсаҡ театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, 1993

Игорь Альбертович Капатов (1953 йылда тыуған) — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Капатов Игорь Альбертович 1953 йылдың 19 авгусында Горький ҡалаһында тыуған.

1977 йылда Горький театр училищеһын (педагогы Ю. М. Копылова), 1986 йылда — Өфө сәнғәт училищеһын (педагогы Г. Г . Ғилязева) тамамлай.

Горький училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында эшләй, 1982 йылдан — Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрында, 2001 йылдан башлап Мәскәүҙә үҙәк телевидениела эшләй. Үткер характерлы ролдәр артисы.

Режиссер, сценограф, костюмдар буйынса рәссам булараҡ сығыш яһай. Ырымбур, Өфө, Ижевск ҡалалары драма театрҙарында спектаклдәр ҡуя.

2001—2016 йылдарҙа «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» телетапшырыуында Мишутка ролендә сығыш яһай (тауышландыра).

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Абрам Шварц («Матросская тишина» — Галич А. А.);
  • Анучкин («Женитьба», — Гоголь Н. В.);
  • Башмачкин («Ах, Невский!» — Гоголь Н. В.);
  • Баян («Ҡандала» — В. Маяковский. В.);
  • ағай («Енәйәт һәм яза» — М. М. Зощенко.);
  • Бронников («Иҫке йорттағы биш романс» — В. Арро);
  • Бумбараш («Бумбараш» — Ю. Ким, В. Дашкевич (А.Гайдар буйынса));
  • Витюша («Ҡәҙерле Елена Сергеевна» — Л. Разумовская);
  • Войницкий («Ваня Ағай» — Чехов А. П.);
  • Момун бабай («Аҡ пароход» — Сыңғыҙ Айытматов);
  • Джек («Бөтәһе лә баҡсала» — Олби. Э.);
  • Задарин («Петербург фатирҙары» — Кони Ф. А.);
  • Игорь («Ул үлгәнсе» — Птушкина Н.);
  • кенәз («Касатка» — А. Н. Толстой);
  • Крогстад («Өң» — Г. Ибсен);
  • Лестер («Ваша сестра и пленница» — Разумовская Л.);
  • Мартин Дайзерт («Эквус» — Шеффер. П.);
  • Йәш кеше («Дуҫтар» — Абэ К.);
  • Мэкки-бысаҡ («Трехгрошовая опера» — Брехт Б.);
  • Наркис («Ҡайнар йөрәк» — Островский А. Н.);
  • Нюнин («Туй» — Чехов А. П.);
  • Призрак («Кентервильск өрәге» — О. Уайльд буйынса);
  • Прометей («Ташлама утты, Прометей» — М. Кәрим);
  • Хоҙай («Илаһи комедия» — И. Шток);
  • Сол («Ҡәҙерле Памела» — Патрик Дж.);
  • Тартюф («Тартюф» — Мольер Ж.-Б.);
  • Химик («Колыма» — Дворецкий И. М.);
  • Шаргай («Тупһа» — А. Дударев);
  • Эдуард Полумбо («Утешитель вдов» — Д. Маротта, Рандоне Б.);
  • Экзюпери («Сүл өҫтөндәге йондоҙҙар» — А. Баранов);
  • Яша («Сейәле баҡса» — Чехов А. П.)

Тауышландырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005-Оло әтәс-бөтә ролдәрҙе

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]