Эстәлеккә күсергә

Ҡарамышев Фаяз Шәңгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Карамышев Фаяз Шәңгәрәй улы битенән йүнәлтелде)
Ҡарамышев Фаяз Шәңгәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 22 сентябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Маҡар ауылы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Ҡарамышев Фаяз Шәңгәрәй улы (22.09.1915 - ) — педагог, партия һәм совет эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы.

Фаяз Шәңгәрәй улы Ҡарамышев 1915 йылдың 22 сентябрендә Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Башланғыс белемде ауылда ала.

1933 йылда ете синыф тамамлап Өфө моторҙар заводының нигеҙен ҡороуҙа ҡатнаша. Унан һуң кирбес заводының карьерында забойсы булып йөрөй. Киске йәштәр мәктәбендә белем ала.

1936 йылда белем алыу теләге менән ҡара металлургия рабфагына уҡырға инә. Ләкин оҙаҡ тормай рабфак ябыла.

1940 йылда мәғариф министерствоһы йүнәлтмәһе менән Өфөлөге 3-се мәктәп янындағы уҡытыусылар курсына алып килә.Шунда уҡ ул Тимирязев исемендәге педагогия институтының физика-математика факультетына ситтән тороп уҡыу өсөн имтихан тапшыра.

1940 йылдың йәйендә Башҡортостан мәғариф комиссариаты юлланмаһы менән Бөрйән районы Яңы Собханғол ете йыллыҡ мәктәбенә физика-математика уҡытыусыһы итеп ебәрелә.

Күп тә үтмәй Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Тәүҙә полк мәктәбен тамамлай һәм 1942 йылдың майында Дон йылғаһын обороналауҙа ҡатнаша. Ул осорҙа был районда

бик ҡаты алыштар бара. Тәүҙә взвод командиры ярҙамсыһы, ә һуңынан ротала политрук була.

10 декабрҙә фронт Воронеж-Липецк йүнәлешендә һөжүмгә күсә. Новый, Старый Сокол, Хопер ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Шунан һуң Воронеж фронтының командирҙар курсында уҡый һәм взвод командиры булып Курск дуғаһында һуғыштарҙа ҡатнаша. Курск, Сумы, Люблино ҡалалары аша үтә. Еңеү көнөн Чехословакияла взвод командиры, лейтенант булып ҡаршылай.

Яуҙан ҡайтҡас Фаяз Шәңгәрәй улы тәүҙә Бөрйән мәғәриф бүлегендә инспектор булып эшләй. Һуңынан Байназар ете йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. 1948 йылда Байназарҙа 2-се балалар йорто асыла. Энергиялы йәш уҡытыусы уның директоры итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта яңы бина төҙөлә. Артабан ул Стәрлетамаҡ

уҡытыусылар институтына уҡырға йылдан инә һәм уны 1953 йылда уңышлы тамамлай. 1957 партия һәм власть органдарында эшләй башлай. 1960 йылға тиклем Байназар ауыл советы председателе булып эшләй.

14 йыл “Ағиҙел” колхозында партия ойошмаһы секретаре була. Аҙаҡ пенсияға сыҡҡансы тағы ла урындағы совет власе менән етәкселек итә. Пенсияға сыҡҡас та интернат мөдире булып эшләй. Партия һәм Совет хөкүмәте Фаяз Шәңгәрәй улы Ҡарамышевты Тыуған ил алдында күрһәткән хеҙмәтен орден, миҙалдар менән бүләкләне. Тормош иптәше Мәхмүтова Рәйсә Исламғәле ҡыҙы менән 67 ете йыл бергә ғүмер итеп 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. .

1.Орден “Отечественной войны”

2. Орден “Знак почета”

3.Медаль”За победу над Германией”

4. Медаль”За освобождение Праги”

5. Медаль”За доблестный труд”

6.” Медаль Жукова”

7. Медаль”Ветеран труда” за долголетний доблестный труд.

8.Юбилейные медали: 20 лет победы; 30 лет победы; 40 лет победы; 50 лет победы; 60 лет победы; 65 лет победы; 50 лет Вооруженных сил; 60 лет Вооруженных сил; 70 лет Вооруженных сил.