Карапи Изге Георгий сиркәүе (Клдисубани)
Карапи Изге Георгий сиркәүе | |
груз. კლდისუბნის წმ. გიორგის ეკლესია әрм. Քարափի Սուրբ Գևորգ եկեղեցի | |
Нигеҙләү датаһы | 1753 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Георгий Победоносец[d] |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Епархия | Мцхетская и Тбилисская епархия[d] |
Карапи Изге Георгий сиркәүе (Клдисубани) Викимилектә |
Карапи Изге Георгий сиркәүе (груз. კლდისუბნის წმ. გიორგის ეკლესია, әрм. Քարափի Սուրբ Գևորգ եկեղեցի) — Тбилисиҙың иң боронғо районы Клдисубаниҙағы сиркәү. 1991 йылға тиклем Әрмән Апостол сиркәүенә ҡараған, ә 1991 йылдан Грузин Православие сиркәүенә тапшырыла[1]. Төньяҡ-көнсығыш яҡтан Гоми урамынан сиркәүгә таш баҫҡыс күтәрелә[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клдисубаниҙа Изге Георгий сиркәүе ҡаялы тау битендә төҙөлә, ул төҙөлгәнгә тиклем 1600 йылда төҙөлгән собор булған. Хәҙерге бина Петрос Зохрабян һәм уның ҡатыны Лалита аҡсаһына төҙөлгән. Ә XIX быуатта ғибәҙәтханала капиталь ремонт үткәрелә, шулай уҡ сиркәү манараһы һәм көмбәҙе төҙөлә. Был реставрациялауҙы ташҡа кирбес индерелгәнлеге күрһәтә. Ошо уҡ осорҙа ҡорамдың фасадтарында кирбес менән тәре һәм ромбтар һалына[1].
1735 йылда, батша Вахушти картаһында, сиркәүҙең көнбайыш өлөшөндә инеү урынында манара күрһәтелә.
XX быуат башында төньяҡ фасадҡа законһыҙ торлаҡ биналар төкәтеп төҙөлә, ә совет осоронда сиркәү бинаһын ҡурсаҡ бүлмәһе һәм оҫтаханалар биләй, һуңғараҡ сиркәүҙә күгәрсен кетәге урынлаша[2] 1991 йылдан Изге Георгий соборы Грузин православие сиркәүенә ҡарай
Грузия православие сиркәүе тырышлығы менән изге Георгий сиркәүе 1991 йылдың 23 нябрендә яңыртыла һәм изгеләндерелә. 2002 йылдан сиркәүҙә реставрация эштәре уҙғарыла. Сиркәү нығытыла, таҙартыла, баҡсаһы тергеҙелә[2]
Фотогалереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Цитаделдән Изге Георгий сиркәүенә күренеш
-
Изге Георгий сиркәүенә күренеш һәм Иҫке Тбилисиҙың башҡа ике сиркәүе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 tbilisi.gov.ge Официальный сайт Администрации Тбилиси(недоступная ссылка)[1](недоступная ссылка)[2]
- ↑ 2,0 2,1 კლდისუბნის წმ. გიორგის ეკლესია (груз.) (htm) 1. orthodoxy.ge. Дата обращения: 10 октябрь 2010. Архивировано 2 май 2012 года.