Эстәлеккә күсергә

Карл Маркс урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карл Маркс урамы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Карл Маркс
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 3,3 ± 0,1 km
 Карл Маркс урамы Викимилектә

Карл Маркс урамы Өфө ҡалаһының Совет һәм Ленин райондары биләмәһендә урынлашҡан. Тимер юл вокзалы менән тамамланып, төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай һуҙыла

Урамдың тарихы 1824 йылдың 18 сентябрендә башлана,  батша Александр I  Изге Александр Невский сиркәүенә тәүге нигеҙ ташы һала, шулай итеп Александр урамы  төҙөлә.

Урамдың көньяҡ өлөшө Семинарский тигән  үҙаллы исемгә эйә булған (Архиерей ҡалҡыулығындағы Дини семинарияһы хөрмәтенә) һәм XIX  быуат аҙағында ғына  Александр урамына ҡушыла. Александр урамы составына  шулай уҡ бәләкәй Йәрминкә урамы ла ҡушыла. 

Октябрь Революцияһынан һуң Александр урамы  Карл Маркс хөрмәтенә яңы исем ала.

2006-2008 йылдарҙа урамдың төньяҡ өлөшө төҙөкләндереүгә дусар була. Йоп һанлы яҡтағы шәхси йорттар һүтеп ташлана, улар урынына күп ҡатлы йорттар төҙөлә. 

Биналар һәм ҡоролмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл маркс урамында урынлашҡандар:

  • «Динамо» спорт комплексы
  • Башҡортостан Республикаһы үҙәк дәүләт тарих архивы
  • Өфө дәүләт авиация техник университеты
  •  «Александр пассажы» сауҙа-эш комплексы
  • Тимер юлсылар мәҙәниәте һарайы
  • Өфө станцияһы клиник дауаханаһы бүлексәһе 
  •  «Капитал»  бизнес-үҙәге
  • Бөтә жанрҙарҙың Өфө классик театры
  • Уфимские ведомости № 52, 27.12.2007