Джин Келли
Джин Келли | |
Gene Kelly | |
| |
Исеме |
Юджин Карран Келли |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Беверли-Хиллз, АҠШ |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
бейеүсе, актёр |
Карьераһы |
1938—1994 |
IMDb | |
Джин Келли Викимилектә | |
Джин Келли (ингл. Gene Kelly, Eugene Curran Kelly; 23 август 1912 — 2 февраль 1996) — Америка актёры, хореограф, режиссёр, йырсы һәм продюсер. 1940—1950-се йылдарҙа, донъя кинематографының алтын фондына ингән тиҫтәләгән һоҡланғыс фильмдарҙа уйнаһа ла, тәү сиратта ул ҙур билдәлелек яулаған «Ямғыр аҫтында йырлаусылар» (рус. «Поющие под дождём») мюзиклындағы роле менән таныла.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джин Келли бала саҡтан бейеү менән мауыға. Һуңғараҡ ташсы, официант һәм бейеү өйрәтеүсе була. Бродвейҙа тәүге уңыш Келлиға «Pal Joey» мюзиклында йылмая. Дэвид О. Селзник ярҙамында Келли Голливудҡа тиклем барып етә. Джин Келлиға тәүге киноролде "MGM"да билдәле режиссёр-хореограф Басби Берклиның «Миңә һәм мин яратҡан ҡыҙға» (рус. «Для меня и моей девушки») фильмында тәҡдим итәләр. Был фильмда Джуди Гарленд да ҡатнаша.
1941—1957 йылдарҙа Джин актриса Бетси Блэрға өйләнеп йәшәй. 1949 йылдан 1957 йылға ҡәҙәре иҫ китмәле тауышлы йырсы һәм бейеүсе һәләтенә эйә булған, шулай уҡ һәләтле режиссёр һәм хореограф булып та танылған актёр режиссёрҙар Стенли Донен и Винсент Миннелли менән хеҙмәттәшлектә иң гүзәл америка музыкаль фильмдарын тыуҙыралар. Улар араһында Джордж Гершвин музыкаһына «Америкалы Парижда» (рус. «Американец в Париже») (1951), Донен менән бергә режиссёр булған «Ямғыр аҫтында йырлаусылар» (1952), шулай уҡ Фредерик Лоу музыкаһына «Бригадун» (1954) фильмдары бар.
Хореограф сүрәтендә Джин Келли кинола үҙен тәү тапҡыр «Тысячи аплодисментов» (1943) фильмында эшләгәндә аса. Ул шулай уҡ «Америкалы Парижда» (16 минутлыҡ уникаль бейеүҙе ҡуйып һәм башҡарып) һәм «Ямғыр аҫтында йырлаусылар» фильмдарында данға ирешә.
Джуди Гарленд һәм Фред Астер менән бергә Джин Келли ХХ б. илленсе йылдар музыкаль кинематографында айырым бер күренеш булалар.
1957 йылдан һуң Келли башлыса режиссёрлыҡ эшенә туҡтала. Төп ролдә Барбра Стрейзанд уйнаған «Хелло, Долли!» фильмы Келлиның иң данлыҡлы режиссёр уңышы һанала.
Джин Келли мюзиклдарҙа ғына уйнамай. Мәҫәлән, Стэнли Крамерҙың «Дауыл урырһың» (рус. «Пожнёшь бурю») фильмында репортер роле иҫтәлекле.
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Актёр эштәре
- Режиссер эштәре
- 1949— «Увольнение в город»
- 1952 — «Поющие под дождем»
- 1967 — «Руководство для женатого мужчины»
- 1969 — «Хелло, Долли!»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Джин Келли темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Джин Келли (инг.) Internet Movie Database сайтында
- 23 августа тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Пенсильванияла тыуғандар
- 2 февралдә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Калифорнияла вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- АҠШ актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- АҠШ мюзиклының актёрҙары
- Алфавит буйынса хореографтар
- XX быуат хореографтары
- «Оскар» почётлы премияһының лауреаттары
- «Сезар» премияһы лауреаттары
- Сесил Б. Де Милль премияһы лауреаттары
- АҠШ Киноактёрҙар гильдияһы премияһы лауреаттары
- Голливудтың дан аллеяһы