Керелдәк сарлаҡ
Керелдәк сарлаҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Gelochelidon nilotica Gmelin, 1789 | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 144234 |
Керелдәк сарлаҡ (Чайконосая крачка) (Gelochelidon nilotica) Керелдәк сарлаҡ
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күгәрсен ҙурлығында. Һырты күкһел һоро, ҡорһаҡ яғы һорғолт аҡ, башында елкәһенә төшөп торған бүрке бар. Ҡыҫҡа суҡышлы, аяҡтары ҡара. Беҙҙең яҡтағы башҡа сарлаҡтарҙан ҡара аяҡтары һәм тауышы менән айырыла. Тауышы яғымлы ғына: «ке-иек», ҡурҡҡанда йәки тынысһыҙланғанда: крррек-кррррек".
Тереклек итеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Башлыса ҡомло утрауҙарҙа, аулаҡ урындарҙа оялай.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыуҙан алыҫта, яландарҙа, далаларҙа туҡлана, күпләп бөжәктәрҙе, бигерәк тә сиңерткәләрҙе ҡыра, һирәкләп балыҡ та ашай. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көрән таплы һарғылт ҡабыҡлы 3 бөртөк йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 50-се бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://birds.krasu.ru/index.php?f=species&ids=188 Птицы Средней Сибири
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |