Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Керелдәк сөрәгәй (рус. чирок-трескунок, лат. Anas querquedula)—— өйрәктәр ғаиләһендәге ҡош.
Сөрәгәй, сүрәгәй, сөрәкә өйрәк. Йорт өйрәгенән бәләкәйерәк. Яңғыҙ, парлашып, күмәкләшеп йөрөйҙәр. Яҙғыһын ата өйрәктең башы ерәнһыу көрән, күҙе аша киң генә ҡара һыҙыҡ үтә. Түше, һырты, ҡанаттары ҡара сыбарлы ҡуйы көрән. Ҡабырғалары көрән һыҙыҡлы һоро. Ҡойроғо, ҡанаттарының осо ҡара. Йәйге һәм көҙгө ата өйрәктең, инә ҡоштарҙыҡы һымаҡ, һырты, ҡара буй һыҙыҡлы көрән, ҡорһаҡ яғы ҡара таплы аҡһыл һоро. һыҙғыраҡ сөрәгәйҙән һоро төҫтәге ялтыр көҙгөһө менән айырыла.
Ата ҡош керелдәй: «крерр-крерр», инә өйрәк яңғырауыҡлы быжҡылдай.
Үҫемлектәргә бай йылға һәм күлдәрҙә йәшәй. Башлыса төрлө һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. 8—10 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Дементьев, Г. П., Гладков Н. А. Птицы Советского Союза. — Советская наука, 1953. — Т. 4. — С. 451—461. — 635 с.
- Иванов А. И., Козлова Е. В., Портенко Л. А., Тугаринов А. Я. Птицы СССР. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1951. — Т. 1. — С. 126-127.