Кесерткән турғайы (рус. Крапи́вник, йәки подкоренник), (лат. Troglodytes troglodytes) — кесерткән турғайҙары ғаиләһендәге берҙән бер бәләкәй ҡош.
Башҡортостандың, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына керетелгән.
Турғайҙан байтаҡ бәләкәй.Ҡуйы үлән йәки ҡыуаҡ япраҡтары араһында пырхылдап осоп йөрөй. Һырты ҡара арҡыры һыҙыҡтар иенән сыбарланған ерәнһыу ҡуңыр, кәүҙәһенең аҫ яғы көрән арҡыры һыҙыҡлы һарғылт һоро. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.
Бик хәрәкәтсән, етеҙ. Бик һирәк осрай.
Тауышы яңғырауыҡлы: «серрр- серрр». Һайрауы сырылдауҙан һәм сутылдауҙан тора.
Аҫты йәш үҫентеле йәки бейек үләнле урмандарҙа йәшәй. Ерҙә йәки ҡыуаҡтар араһында оялай.
Ваҡ бөжәктәр менән туҡлана.
Сиңерткәләр, ҡаты ҡанатлы ҡуңғыҙҙар, уларҙың ҡурсаҡтары, асалығойроҡтар, үрмәкселәр, ҡырҡаяҡтар, ҡусҡарҙар, тигеҙаяҡлылар. Көҙ көнө ылымыҡтар, көртмәле, мәрүәр емештәре менән дә туҡлана.
Инә ҡош алһыу һәм күкһел таптар менән сыбарланған 5-7 бөртөк алһыу аө йомортҡа һала, үҙе генә баҫа. Ата ҡош бер нисә инә ҡош менән йәшәй.
Кесерткән турғайының төп ризығы бөжәктәр һәм башҡа умыртҡаһыҙ хайуандар.
Кесерткән туурғайы ояһы янында
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө,1986 йыл. ИБ 3478 28.693.35 И 90