Кескенә дача
Кескенә дача | |
Нигеҙләү датаһы | 1912 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй Украина |
Административ-территориаль берәмек | Гаспра[d][1] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия Украины[d], объект культурного наследия России федерального значения[d] һәм памятник архитектуры национального значения Украины[d] |
Кескенә дача Викимилектә |
Кескенә (һарай) дача — Ҡырымдың Курпаты ҡала тибындағы ҡасабаһындағы бина.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1912 йылдың мартында бөйөк кенәз Дмитрий Константинович Ҡырымдың Көньяҡ яры буйында ҙур булмаған һарай төҙөү өсөн ер участкаһы ала. Ул үҙенең эштәр идарасыһы А. В. Короченцевҡа[2] Рус табиптары йәмғиәтенең Ялта бүлексәһенән текә яр буйында урынлашҡан урынлашҡан «Ай-Никола» дачаһын һатып алырға ҡуша. Быға тиклем ул Император театрҙарының билдәле артисы Н. Ф. Сазоновтың милке булып, һуңынан «Ауырыу һәм сирле балалар өсөн климат колонияһын» киңәйтеү маҡсатында Йәмғәит тарафынан һатып алына. Был 2 1/4 дисәтинә (яҡынса 2.5 гектар) биләмәгә Дмитрий Константинович төрки атамаһын биргән «Кескенә» (Кичкин) — «ҙур булмаған», «бәләкәй».
Биләмәне төҙөкләндереү заказы менән бөйөк кенәз Ялтала йәшәүсе, Санкт-Петербургта вәкиллектәре булған Н. Г., В. Г., А. Г. Тарасовтарҙың фирмаһына мөрәжәғәт итә. Петербургта Тимер юл инженерҙары институтын тамамлаған өс бер туған, нигеҙҙә, тимер юл ҡоролмалары төҙөү буйынса махсуслаша, ә Николай Георгиевич 1900—1912 йылдарҙа Ялта ҡалаһының архитекторы була.
1913 йылда "Кичкине"лә Дмитрий Константиновичтың туғаны — Татьяна ире, грузин кенәзе Константин Александрович Багратион-Мухранский һәм бәләкәй улы Теймураз менән йәшәй башлай.
Билдәле булыуынса, княгиня Татьяна Багратион-Мухранская һәм уның ике бәләкәй балаһы менән бергә бөйөк кенәз Дмитрий Константинович Февраль революцияһы алдынан Петроградтан ҡайтып, дачала 1916 йылдың декабренән 1917 йылдың ғинуарынаса йәшәй.
1912 йылдың март аҙағына Н. Г. Тарасовһарайҙың көнсығыш стилендәге проектын һәм биләмәләге барлыҡ биналарҙы төҙөүгә, уларҙы йыһазландырыуға дөйөм суммала 125,8 мең һумға смета төҙөй.
Кичкинеләге төҙөлөш эштәре менән Василий Георгиевич Тарасов етәкселек итә. Бөйөк кенәздең эштәр идаралығы менән 1912 йылдың 5 майында төҙөлгән килешеү буйынса, ул октябргә имение хужаһы өсөн өй төҙөргә, ә ҡалған күләмде (һарай, Дмитрий Константиновичтың өйөнә барыу үткәүеле, аш бүлмәһе һәм төрлө хеҙмәттәр менән гараж, терәү стеналары, юлдар, ҡоймалар, ҡапҡалар, һыу үткәргес,үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы һәм канализация) бер йылдан һуң — 1913 йылда тамамларға йөкләмә ала.
Тарасовтарҙың өсөнсөһө — Александр Георгиевич — эшкә һарай биналарын йыһазландырыу стадияһында ҡушыла. Интерьерҙарҙы биҙәүҙә бер нисә тарихи стиль мотивы ҡулланыла: вестибюлдә, оло һәм кесе ашханала — «ғәрәп», ал яҡта — Людовик XVI, ҙур ҡунаҡ бүлмәһендә — ампир. Был залдар әүәләнгән эштәрҙең байлығы һәм нәзәкәтле биҙәктәр менән айырылып тора, ә бөйөк кенәздең бүлмәләре стеналары һырлап эшләнгән ағас панелдәр менән биҙәлә.
Тарасов билдәләгән ваҡытҡа күп нәмәләр тамамланмағанлыҡтан, Бөйөк кенәздең эштәр идаралығы эште тиҙ арала тамамлау өсөн Ялтаның билдәле архитекторы Л. Н. Шаповаловты (Үрге Лукала А. П. Чеховтың «Аҡ дача»һы проекты авторы һәм төҙөүсеһе). Ул, атап әйткәндә, диңгеҙгә төшкән уңайлы һәм матур мәрмәр баҫҡысты урынлаштыра, ә Феодосия скульпторы Л. В. Коржиновский менән берлектә архитектор төп инеү урынында һәмһарай фасадын көнсығыш стилендә әүәләнгән биҙәктәр менән биҙәү эштәрен тамамлай.
1914 йыл һүңына ҙур булмаған парк һәм сәскә клумбалары һарайҙы урап алған баҡса барлыҡҡа килә. Баҡсасылар — А. Аул һәм П. Палицын — Император Никитин ботаника баҡсаһынан саҡырылған субтропик культуралар буйынса белгес Ф. Калайда етәкселегендә эшләй. Уның тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, паркта юлдар һалына, майҙансыҡтар һәм клумбалар урынлаштырыла, ағастар һәм матур сәскә атыусы үҫемлектәр һайланыла.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1986 йылда һарай торған ҡаяла күп һанлы беседкалар һәм уйымдар булған сәнғәти баҫҡыс уйылып, ул үҙ пляжына алып төшә.
Әлеге ваҡытта һарай ошо урында «Кескенә» отелен һалған инвесторға реставрациялауға бирелгән[3].
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Мемориаль табличкалар
-
Уның өҫтөндә балкон һәм верандаларҙа
-
Был төр Ялт һарайы майҙансығында менән күҙәтеү
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://kadastr.live/parcel/0111946200:01:001:0012
- ↑ Короченцев Алексей Васильевич 2011 йыл 10 декабрь архивланған.
- ↑ Отель «Кичкине» 2015 йыл 27 июнь архивланған.