Кеше яҙмышы (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кеше яҙмышы
Атамаһы Судьба человека
Нигеҙендә эшләнгән Кеше яҙмышы
Төп тема Икенсе бөтә донъя һуғышы
Жанр хәрби фильм[d][1] һәм фильм-драма[d]
Ил Flag of the Soviet Union.svg СССР
Әҫәр яҙылған тел рус теле һәм Немец теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1959
Режиссёр Сергей Фёдорович Бондарчук[d]
Сценарист Лукин, Юрий Борисович[d]
Ролдәрҙә Сергей Фёдорович Бондарчук[d]
Константин Сергеевич Алексеев[d]
Кириенко, Зинаида Михайловна[d][2]
Георгий Францевич Милляр[d]
Полунин, Павел Евгеньевич[d]
Павел Михайлович Волков[d]
Кинооператор Монахов, Владимир Васильевич[d]
Композитор Вениамин Ефимович Баснер[d]
Продюсер Роскино[d]
Мосфильм[d]
Етештереүсе компания Мосфильм[d]
Компания-распространитель Мосфильм[d]
В результате влияния работы Шолохов Михаил Александрович
Оҙайлылыҡ 103 Минут
Төҫ төҫлө[d]

«Кеше яҙмышы» — Михаил Шолоховтың шул уҡ исемдәге хикәйәһе буйынса төшөрөлгән нәфис фильм. Сергей Бондарчуктың режиссерлыҡ дебюты.

Сюжет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышы башланып китеү менән шофёр Андрей Соколов(Сергей Бондарчук), ғаиләһен ҡалдырып, һуғышҡа китә. Һуғыштың тәүге айҙарында уҡ ул яралана һәм шунлыҡтан әсирлеккә эләгә. Соколов фашист концлагерының барлыҡ тамуҡтарын үтеп сыға һәм бары тик үҙенең ҡаһарманлығы арҡаһында ғына тере ҡала һәм, ниһайәт, әсирлектән, үҙ армияһы яғына фронт һыҙығы аша үтеп, ҡотола. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған ере Воронежға ҡайтҡас, ул ҡатынының һәм ике ҡыҙының да ҡаланы бомбаға тотҡанда һәләк булғандарын белә. Яҡындарынан уның бары тик һуғыштағы офицер улы ғына тороп ҡала. Киренән фронтҡа ҡайтҡас, Андрей һуғыштың һуңғы көнөндә улының һәләк булыуы тураһында хәбәр ала.

Һуғыштан һуң Соколов үҙенең тыуған еренән алыҫтағы Урюпинскиҙә (Волгоград өлкәһе) эшләй. Бында ул йәтим малай Иванды осрата. Малайҙың әсәһе немецтар авиацияһы поезды бомбаға тотҡанда һәләк була, ә атаһы хәбәрһеҙ юғалған була. Соколов малайға үҙен уның атаһы тип таныта һәм шулай итеп үҙендә һәм малайҙа бәхетле ғаилә тормошо менән йәшәргә өмөт уята.

Фильмды төшөргән урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡатыны менән вокзалда хушлашыу эпизоды — Тамбов ҡалаһындағы тимер юл вокзалында.
  • «Ҡасаҡтар» эпизоды — хәҙерге «Тамбов» автовокзалы һәм «Татар валы» араһындағы баҫыу юлында.
  • Хәрби әсирҙәрҙе сиркәүгә ҡыуып алып барған эпизод — Свято-Богоявленский ғибәҙәтханаһында (Терновое ауылы, Семилукский районы, Воронеж өлкәһе[3].
  • Малайҙы осратҡан һәм һуғыштан һуңғы булған хәлдәр эпизодтары — Воронеж өлкәһендә (Ротонда янында)[4].
  • Фильм шулай уҡ Ростов өлкәһе Каменск-Шахтинский ҡалаһында ла төшөрөлә.

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Sudba Cheloveka.jpg
Одна из самых «пронзительных» сцен фильма
  • Сергей Бондарчук — Андрей Соколов
  • Павлик Борискин — Ванюшка
  • Зинаида Кириенко — Ирина, Андрей Соколовтың ҡатыны
  • Павел Волков — Иван Тимофеевич, Соколовтарҙың күршеһе
  • Юрий Аверин — Мюллер, лагерь коменданты
  • Кирилл Алексеев — немец майоры
  • Павел Винник — совет полковнигы
  • Евгений Тетерин — яҙыусы
  • Анатолий Чемодуров — совет подполковнигы
  • Александр Новиков — хоҙайға ышаныусы һалдат
  • Лев Борисов — взвод командиры
  • Александр Лебедев — йәш һалдат (титрҙарҙа юҡ)
  • Виктор Маркин — әсир хәрби табиб
  • Евгений Кудряшёв — әсир Крыжнев
  • Александр Кузнецов
  • Владимир Иванов — башлап йырлаусы, концлагерь тотҡоно
  • Пётр Савин — Пётр, Андрей Соколовтың дуҫы
  • Евгения Мельникова — фатир хужабикәһе
  • Вячеслав Берёзко
  • Николай Опарин — әсир
  • Николай Печенцов — концлагерь тотҡоно
  • Андрей Пунтус — лагерҙағы немец офицеры
  • Георгий Шаповалов — концлагерь тотҡоно
  • Игорь Аскаров — Анатолий, Соколовтың улы
  • Георгий Милляр — иҫерек немец һалдаты
  • Евгений Моргунов — йыуан немец һалдаты (титрҙарҙа юҡ)
  • Даниил Нетребин — әсир (титрҙарҙа юҡ)
  • П. Мухин — әсир (титрҙарҙа юҡ)
  • Юри Мююр — немец офицеры (титрҙарҙа юҡ)
  • Виктор Лоренц — һыңар күҙле офицер (титрҙарҙа юҡ)
  • Анатолий Никитин — офицер (титрҙарҙа юҡ)
  • Андрей Карасёв — немец һалдаты
  • Теуво Х. Хуотари — сиркәүҙә ҡағыҙҙан уҡыусы немец һалдаты (титрҙарҙа юҡ)
  • Микко Нисканен — немец офицеры (титрҙарҙа юҡ)

Фильмды төшөрөүсе төркөм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сценарий авторҙары:
    • Юрий Лукин
    • Фёдор Шахмагонов
  • Режиссёр: Сергей Бондарчук
  • Оператор: Владимир Монахов
  • Рәссам-ҡуйыусылар:
    • Ипполит Новодерёжкин
    • Сергей Воронков
  • Композитор: Вениамин Баснер

Техник күрһәткестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аҡлы-ҡаралы, тауышлы

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Станцияға әсирҙәрҙе һәм гражданкалағы халыҡты вагондарҙан төшөргән саҡта уйнаған һәм Андрей Соколов ватҡан патефон пластинкаһындағы «О, донна Клара» тангоһын Ежи Петерсбурский 1929 йылда яҙған (тәүҙә «Танго Милонга» тип аталған)

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1959 йылда «Советский экран» журналының һорау алыуы буйынса «Иң яҡшы фильм»
  • Мәскәүҙәге халыҡ-ара кинофестиваленең (1959 йылда) Ҙур призы
  • Чехословакияла үткән Х Халыҡ-ара кинофестивалдең Ҙур призы
  • Минскиҙә 1960 йылда үткән кинофестивалдең Ҙур призы
  • «Хрустальная ваза» төп призы
  • Мельбурнда, Сиднейҙа һәм Канберрала үткән Халыҡ-ара кинофестивалдәрҙең приздары
  • Карловы Варыҙа үткән XII Халыҡ-ара кинофестивалдең призы (1970 йыл)
  • Джорджтаунда үткән Халыҡ-ара кинофестиваль призы (1976 йыл)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Фильмы Сергея Бондарчука Ҡалып:Лучший фильм года (Советский экран)