Эстәлеккә күсергә

Киләй Тәнекәев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Килей Таникеев битенән йүнәлтелде)
Киләй Тәнекәев
Тыуған көнө

XVII быуат 1-яртыһында

Тыуған урыны

Ҡазан даруғаһы

Атаһы

Тәнекәй

Балалары

Ҡолман

Киләй Тәнекәев (рус. Килей Таникеев) — 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.

Киләй Тәнекәев сығышы менән Ҡазан даруғаһы башҡорттарының затлы нәҫеленән. Ҡырғыҙ (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Иҫке Ҡырғыҙ) ауылында йәшәгән[1][2]. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары шәжәрәһендә телгә алына: Ҡушыҡ бей — Күккүҙ бей — Тәнеш[3] — Байҡы — Тәнекәй хажи — Киләй — Ҡолман — Урманғол (Айханҡол) — Сәлимбәкер[4][5].

1662 йылда башҡорт ихтилалы тоҡанған, унда Ҡазан даруғаһы башҡорттары ла әүҙем ҡатнашҡан.

Өфө өйәҙе воеводаһы А. М. Волконский билдәләүенсә, 1663 йылдың яҙында Әтегәш менән Киләй Тәнекәев һәм Бүләр улусының Мәннән Сартов етәкселегендәге баш күтәргән башҡорттар Өфө өйәҙенең Минзәлә ҡәлғәһе тирәһендә, Ҡазан өйәҙендә һәм башҡа ерҙәрҙә хәрәкәт иткән.

1664 йылда А. М. Волконский, Ҡазан даруғаһының башҡорт ихтилалсылары етәкселәренә — Киләй Тәнекәев, Ҡарабаш, Тәгәш (Әтегәш Таҡалов), Биксура һәм башҡаларға ихтилалды туҡтатырға саҡырыу менән мөрәжәғәт иткән. Әммә көстәр нисбәте баш күтәреүселәр файҙаһына була. Хөкүмәт ғәскәрҙәре ихтилалсыларҙы ҡыйрата алмаған. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә ихтилал туҡтатылған, уның барышында хөкүмәт башҡорттарҙың төп талаптарын ҡәнәғәтләндергән. Һуңғылары тәҡдиме буйынса ул А.М. Волконскийҙы Өфө воеводаһы вазифаһынан төшөрә, уның урынына Ф. И. Сомов йәнә воевода итеп тәғәйенләнә. Хөкүмәт башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын рәсми раҫлай һәм яһаҡ йыйғанда башбаштаҡлыҡтарҙы бөтөрөргә вәғәҙә бирә.

1664 йылда Киләй Тәнекәев көрәште туҡтата һәм шул уҡ йылда Минзәлә ҡәлғәһендә аманат булараҡ тотола, бында ул икенсе аманатты — Йәлдәк улусынан Китап Баймырҙинды алыштырған[6]. Шулай уҡ Киләй менән бергә Итув (Яков) Тәнекәев аманатҡа алынған[7].

  1. История башкирских родов. Кыргыз. / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — Т. 10. — С. 87. — ISBN 978-5-85051-640-6.
  2. Илишевский район. Энциклопедия / Автор-составитель Р. К. Нуртдинов. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — С. 231.
  3. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының боронғо шәжәрәһенә ярашлы, ағай-энеләр Тәнеш бей менән Ҡылыс бей 1631 йылда ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары еренә Алексей Михайловичтан жалованный грамота алған. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, жалованный грамотаны 1626 йылда уларҙың аталары Күккүҙ бей алған.
  4. Фидан Мәрвәров. Иске Күктау авылы тарихы : кыргыз ыруы башкортлары шәҗәрәсе. — Уфа: Уфа полиграфкомбинаты, 2011. — С. 17. — 197 с. — ISBN 978-5-85051-522-5.
  5. История башкирских родов. Кыргыз. / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — Т. 10. — С. 324. — ISBN 978-5-85051-640-6.
  6. История башкирских родов. Ельдяк. Том 13 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, И. А. Амиров, Ф. С. Марваров, Р. М. Камалов, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 25-26. — 600 с. — ISBN 978-5-85051-650-5.
  7. Фидан Мәрвәров. Иске Күктау авылы тарихы : кыргыз ыруы башкортлары шәҗәрәсе. — Уфа: Уфа полиграфкомбинаты, 2011. — С. 33. — 197 с. — ISBN 978-5-85051-522-5.
  • Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — XVIII вв. — феномен в истории народов Евразии. — Уфа: Китап, 2016. — С. 118. — 376 с. — ISBN 978-5-295-06448-7.
  • Акманов И. Г. Вожди восстаний ХVII—ХVIII вв. из башкир Казанской дороги // Ватандаш. — 2006. — № 5. — ISSN 1683-3554.
  • Устюгов Н. В. Башкирское восстание 1662—1664 гг. // Исторические записки. — Т. 24. — М., 1947.
  • Чулошников А. П. Феодальные отношения в Башкирии и башкирские восстания XVII и первой половины XVIII в. // Материалы по истории Башкирской АССР. Ч. 1. М.; Л., 1936. С. 22—23.