Эстәлеккә күсергә

Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кильдебай Сулейманов битенән йүнәлтелде)
Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР[1]
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө 27 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Йомағужа ауылы[d], Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 март 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (78 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы (27 ғинуар 1943 йыл23 март 2021 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXVII съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Килдебай Сөләймән улы Сөләймәнов 1943 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Йомағужа ауылында тыуған.

1958—2003 йылдарҙа Хәйбулла районының «Таналыҡ» хужалығында эшләй: 1959—1966 йылдарҙа һауынсы, 1967 йылдан малсы, 1984 һәм 2001 йылдан бригадир, 1989 йылдан бүлексә идарасыһы, 2002 йылдан бухгалтер. Малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: быҙауҙарҙың тәүлек артымы 1140 грамм тәшкил итә (1972). РСФСР Юғары Советының 9-сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары менән бүләкләнгән.

Хеҙмәт алдынғыһы 2003 йылда хаҡлы ялға сыға. 2021 йылдың 23 мартында вафат булды[2].

  • Шмаков В. Взращённый степью // Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. — Уфа, 1973.