Кинйә
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Кинйә:
- Башҡорт исеме.
- Бер үк ваҡытта татарҙар ҙа иң кесе улын, йәки ҡыҙын ваҡытлыса «кинйә» тип атай.
Шулай уҡ был атаманың диалект варианттары ла бар:
- Ул — Кинтя, Кинча — Богатство, Ценность (Антрополексема).
- Ҡыҙ — Кинча, Кинтя — Богатство, Ценность (Антрополексема).
Ваҡытлыса ҡушылған башҡорт исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Кинйә» термины сабый тыуғас та ваҡытлыса бирелә торған башҡорт исемдәрендә, шулай уҡ бәғзе бер төрки халыҡтарҙа ҡулланыла һәм башҡорт антропонимдары төркөмөнә ҡарай.
Башҡорттар бала тыуғас та уны ендәрҙән, яман көстәрҙән һаҡлау өсөн ваҡытлыса, йәғни 40 көнлөк булғансы ваҡытлыса исем ҡушҡандар.
Башҡорттарҙа яңы тыуған сабыйға тәүге исемде «кендек әбейе» ҡушҡан. Мәҫәлән, ҡыҙ балаларҙан һуң тәүге ир бала тыуһа, «кендек әбейе» атаһын ҡыуандырайым тип, балаға Ишбулды, тип исем ҡуша. Атаһына исем оҡшаһа һәм 40 көнлөк булғансы сабый ауырымаһа, шәп булһа, мулла шул исемде ҡысҡырған. Күпселек осраҡта «кендек әбейе» ҡушҡан «йүргәк исеме» үҫмерлек ҡорона еткәнсе онотолмай, баланы оҙата килгән.
Башҡорттар балаға исем ҡушыуға борондан бик етди ҡараған. «Кинйә» тип ғаиләлә тыуған «төпсөк малай»ға өндәшһәләр, «оя төбө»нә , йәғни иң бәләкәс ҡыҙҙарына иркәләтеп «кинйәкәй» тип атағандар. «Кинйә» ваҡытлыса ҡушылған исем түгел, ә ҡушамат була. Ә «кендек әбейе» ҡушҡан «йүргәк исеме» ваҡытлыса ҡушылған исем булһа ла, был төркөмгә ҡарамай. Сөнки йүргәк исеме ҡушыуҙың маҡсаты бөтөнләй икенсе төрлө. Бында төрки халыҡтарында киң таралған ен-пәрейгә, ырымдарға ышаныу, асылда иһә, сабыйҙы һаҡлап алып ҡалыу, уның сәләмәтлеген хәстәрләү, ғүмерен оҙайтыу кеүек изге ниәт торған.
Кинйәләргә күп осраҡта исемде лә ошо тамырҙан алып ҡушҡандар. Мәҫәлән, ҡыҙҙарға Кинйәбикә, Кинйәкәй, Кинйәбаныу тип исем ҡушҡандар. Малайҙарға Кинйәғол, Кинйәбай, Кинйәбулат тигән исемдәр килешкән һәм уларҙың исеме үк ғаиләлә был баланың кинйә булып тыуыуын күрһәткән.
Исем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кинйә Арыҫланов (Кинйә-абыҙ — Кинйә-хәлфә) — волость старшинаһы, общиник, баш күтәреүсе (бунт күтәреүсе), Е. И. Пугачевтың арҡаҙашы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никонов, В. А. «Личное имя — социальный знак» / В. А. Никонов // Наука и жизнь. — 1967. — № 12.
- Материалы по истории Башкирской АССР. Ч. 1. — М. ; Ҡалып:Л, 1936.
- Кусимова, Т. Х. «Из истории личных имен башкир» / Т. Х. Кусимова // Личные имена в прошлом, настоящем и будущем. — М., 1970.
- Гумилев, Л. Н. «Древние тюрки» / Л. Н. Гумилев. — М., 1967.
- Бикбулатов, Н. В. «Башкирская система родства» / Н. В. Бикбулатов. — М., 1981.
- Малахов, И. З. «Имена от А до Я» / И. З. Малахов, С. С. Фарахов. — Уфа, 2006.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вестник Челябинского государственного университета. 2009. № 5 (143).
- Филология. Искусствоведение. Вып. 29. С. 96-98.