Кинйәғолов Барый Исмай улы
Кинйәғолов Барый Исмай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 июнь 1948 |
Тыуған урыны | Иҫке Йәнбәк, Атйетәр ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 25 июнь 2018 (70 йәш) |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Кинйәғолов Барый Исмай улы (рус. Кинзягулов Барый Исмаевич) (1 июнь 1948 йыл — 25 июнь 2018 йыл) — партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, 1991 йылдан Ғафури районы халыҡ депутаттары башҡарма комитеты рәйесе — Ғафури районы администрацияһы башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барый Исмай улы Кинйәғолов 1948 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Йәнбәк ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1971 йылда урта мәктәп директоры урынбаҫары булып башлай, артабан мәктәп директоры, Ғафури районының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй. 1982—1985 йылдарҙа Ғафури район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. 1985 йылда район башҡарма комитеты рәйесе. 1991 йылдан Ғафури районы халыҡ депутаттары башҡарма комитеты рәйесе — Ғафури районы администрацияһы башлығы. [1]
Ғафури районы 193-сө Красноусол һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. [2]
1996 йылдан Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булып 12 йыл эшләй. 2018 йылдың 25 июнендә вафат булды.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
- ↑ Башинформ. 26 июня 2018
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кинйәғолов Барый Исмай улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 май 2021)
- 12 созыв (БАССР)
- 1 июндә тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Ҡырмыҫҡалы районында тыуғандар
- 25 июндә вафат булғандар
- 2018 йылда вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Шәхестәр:Ғафури районы
- Халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйестәре
- Ғафури районы башлыҡтары