Клеменс Хольцмайстер
Клеменс Хольцмайстер (нем. Clemens Holzmeister, 1886 йыл — 1983 йыл) — Австрия архитекторы, Австрияла, Германияла, Төркиәлә һәм Бразилияла эшләй[17].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хольцмайстер Клеменс 1886 йылдың 27 мартында Фульпмес коммунаһында күп балалы ғаиләлә тыуған.
Инсбрукта Реаль һәм католик мәктәбендә уҡый. Артабан уҡыуын Вена технология университетындп дауам итә, шунда 1919 йылда архитектура буйынса доктор дәрәжәһен ала.
Университетты тамамлағандан һуң Инсбруктағы Дәүләт сауҙа мәктәбенә йүнәлтелә. 1924 йылда Австрия сәнғәт академияһының архитектура бүлеге етәксеһе (профессор) булып китә. 1926 йылда Зальцбургта Фестиваль театрын реконструкциялау менән шөғөлләнә, һуңынан бер нисә йыл дауамында Анкарала хөкүмәт биналарын төҙөй. 1928—1933 йылдарҙа Дюссельдорф сәнғәт академияһы оҫтаханаһы директоры була.
1931 йылда Австрия сәнғәт академияһы директоры итеп тәғәйенләнә һәм ошо вазифаны 1938 йылғы аншлюсҡа тиклем биләй. Һуңынан ул Төркиәгә күсеп китә, бында бик күп биналар проектлай һәм төҙөй. 1939 йылда ярты йыл Бразилияла үткәрә, унда Хольцмайстерҙың атаһы эмигрант булараҡ 30 йыл тиерлек йәшәгән. 1940 йылдан 1949 йылға тиклем Истанбул Техник университетында уҡыта. Йыш ҡына Австрияға килеп йөрөй һәм 1954 йылда Венаға бөтөнләй күсеп ҡайта. Был осорҙа Венала бик күп йәмәғәт биналар һәм сиркәүҙәр, бик күп һәйкәлдәр ижад итә.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Хольцмайстер, 1930-сы йылдарҙан алып, Зальцбург фестивалендә Макс Рейнхардт менән берлектә сценограф булып эшләй. Ике тиҫтә йыл үткәс, 1950-се йылдарҙа, сәхнә дизайнына әйлнеп ҡайта һәм ҡабаттан Зальцбург фестивалендә, шулай уҡ Вена дәүләт операһында һәм Бургтеатрында, эшләй.
1955 йылдан алып 1957 йылға тиклем Клеменс Хольцмайстер Венала сәнғәт академияһы ректоры була. 1952 йылда Грацк техник университетының почетлы фәндәр докторы итеп һайлана, 1963 йылдан — Истанбул Техник университетының, 1965 йылда — Вена техник университетының почетлы докторы. Инсбруктағы K. Ö.St.V. Cimbria , Зальцбургтағы K.ö.St.V. Almgau һәм Веналағы K.a.V. Norica тәриҡәте ағзаһы.
1983 йылдың 12 июнендә Хаплайн ҡалаһында вафат була. Зальцбург ҡалаһының Petersfriedhof зыяратында ерләнгән.
Бер нисә наградаға лайыҡ була, улар араһында «Германия Федератив Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының Ҙур тәреһе, «Австрия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» Почетлы билдәһе һәм Төркиә Республикаһы ордены. Вена (1971) һәм Зальцбург (1976) ҡалалаларының почетлы гражданы.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1913 йылда Инстбрукта Юдит Бридаролли (Judith Bridarolli) менән никахлаша. 1914 йылда Венала уларҙың Гвидо исемле улдары тыуа. 1920 йылда Инсбрукта ҡыҙҙары Юдит тыуа (һуңынан актриса булып китә).
1939 йылда Төркиәлә икенсе тапҡыр өйләнә, ҡатыны — Гунде Лексер (Gunda Lexer). Афинда уларҙың Барбара исемле ҡыҙҙары донъяға килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Deutsche Nationalbibliothek Record #118553313 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Clemens Holzmeister (нидерл.)
- ↑ 3,0 3,1 Clemens Holzmeister // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ http://www.club-carriere.com/clubcarriere/index.php/branchen/fachbeitraege/userprofile/10850
- ↑ https://www.wienerwohnen.at/hof/1087/Gablenzgasse-41.html
- ↑ https://www.wienerwohnen.at/hof/1133/Dankwartgasse-6.html
- ↑ https://www.wienerwohnen.at/hof/1110/Braunhirschengasse-36-38.html
- ↑ https://www.wienerwohnen.at/hof/625/Millergasse-39.html
- ↑ https://www.wienerwohnen.at/hof/1073/Rauchfangkehrergasse-26.html
- ↑ https://www.wienerwohnen.at/hof/257/257.html
- ↑ https://www.wienerwohnen.at/hof/1112/1112.html
- ↑ https://www.wienerwohnen.at/hof/628/Corneliusgasse-1.html
- ↑ https://www.geschichtewiki.wien.gv.at/Richard_Horner
- ↑ https://www.wienerwohnen.at/hof/1096/Oelweingasse-7.html
- ↑ https://archiwebture.citedelarchitecture.fr/fonds/FRAPN02_HOLZM
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/f3afe2f9-ec4e-4013-ac71-84ca3e29019e / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Clemens Holzmeister