Клименок Борис Васильевич
Клименок Борис Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 2 май 1911 |
Тыуған урыны | Минск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 22 декабрь 1986 (75 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Уҡыу йорто | Q13206016? |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Клименок Борис Васильевич (2 май 1911 йыл — 22 декабрь 1986 йыл) — физик-химик. Химия фәндәре докторы (1951), профессор (1951). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Васильевич Клименок 1911 йылдың 2 майында Минск губернаһының Ивенец ауылында донъяға килгән. Борис Васильевич Минск дәүләт политехникумын (хәҙер Минск дәүләт политехник колледжы), ҡағыҙ сәнәғәте химигы һөнәрен ала[2]. 1938 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. 1944—1949 йылдарҙа Мәскәү нефть институтында уҡыта. 1951 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, уға профессор ғилми исеме бирелә. Ошо уҡ йылда уны Өфө нефть институтына эшкә ебәрәләр, бында ул директорҙың уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. 1952 йылдың авгусында Борис Клименок ваҡытлыса директорҙың вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, 1953 йылдың майында директор итеп ҡуйыла. Борис Васильевич Клименок директор булған осорҙа яңы факультет асыла — нефть-механик (быға тиклем ике факультет була — тау һәм технология)[2]. Б. В. Клименок Өфө нефть институтында 1951—1983 йылдарҙа эшләй. 1954 йылдан алып физик химия кафедраһы мөдире. Борис Клименок коллегалары һәм студенттар хәтерендә иң яҡшы хәтирәләр ҡалдырған шәхес. Киң белем даирәһе эйә булған, һәр кеше менән арлаша белгән кеше булараҡ, ул үҙенең тәжрибәһе, белеме менән ихлас уртаҡлашҡан, уның лекциялары һәр саҡ файҙалы һәм мауыҡтырғыс ине. тип иҫләй уның студенттары[2].
1986 йылдың 22 декабрендә Өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. В. Клименк — физик химия һәм нефть эшкәртеү өлкәһендә белгес[3]. Фәнни хеҙмәттәре физик химия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Б. В. Клименок илдә тәүгеләрҙән булып каталитик крекинг реакциялары механизмын тикшереү өсөн инәүле углеводородтар ҡуллана. 1950—1970 йылдарҙа уның етәкселегендә карбамидтың һыуҙағы эретмәһе менән дизель яғыулыҡтарын парафинһыҙлаштырыу процесы тикшерелә, Өфө нефть институтындағы һәм Өфө Нефть эшкәртеү заводындағы тәж. ҡоролмаларында һынауҙар үткәрелә. Башҡортостанда тәүге физик химия кафедраһына (ӨНИ, 1951) нигеҙ һала[1].
150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, 30-ға яҡын уйлап табыу авторы.
Төп ғилми хеҙмәттәре[1]
Парциальная депарафинизация дизельного топлива водным раствором карбамида //Известия высших учебных заведений. Нефть и газ. 1959. № 1 (авторҙаш); Структура комплекса, образующегося при взаимодействии дизельного топлива с водным раствором карбамида //Шунда уҡ. 1961. № 3 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1967);
«Почёт Билдәһе» ордены (1976);
БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Клименок Борис Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Борис Клименок — выдающийся организатор высшей школы (К 105-летию со дня рождения профессора)
- ↑ [https://ufa-gid.com/encyclopedia/klimenuk.html КЛИМЕНОК БОРИС ВАСИЛЬЕВИЧ]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клименок Борис Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 2 майҙа тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 22 декабрҙә вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары
- Өфө дәүләт нефть техник университеты ректорҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар