Эстәлеккә күсергә

Кнубовец Яков Самуилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кнубовец Яков Самуилович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 5 май 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Лемешевичи[d], Q124881971?, Пинский уезд[d], Минск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1981
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Эш урыны Ҡазан дәүләт медицина университеты

Яков Самуилович Кнубовец (5 май 1902 йыл, Лемешевичи ауылы, Минск губернаһы, Рәсәй империяһы — 1981 йыл, Татар АССР-ы, РСФСР) — совет табип-стоматологы, медицина фәндәре докторы (1967), доцент, Ҡазан медицина институтының стоматология факультеты деканы урынбаҫары (1957—1971)[1].

1902 йылдың 5 майында Рәсәй империяһының Минск губернаһы Лемешевичи ауылында тыуған.

Бала сағында ата-әсәһе менән бергә Ҡазанға күсеп килә, бында 14 йәшендә стоматология технигы Левин-Эпштейнда уҡый һәм шөғөлләнә башлай. 1920 йылда «өйрәнсек» исеме өсөн имтихан тапшыра, шунан һуң табиптарҙы камиллаштырыу институтына эшкә күсә. Һуңынан Ҡазан ҡала һаулыҡ һаҡлау идаралығының үҙәк стоматология лабораторияһында эшләй.

1926 йылда — теш технигы таныҡлығын, 1936 йылда теш табибы исемен ала. 1939 йылда Ҡазан стоматология институтының ортопед-стоматология кафедраһында ассистент булып эшләй башлай[1].

1943 йылда Ҡазан медицина институтын табип-стоматолог квалификацияһы буйынса тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан хәрби госпиталдәрҙә теш-яңаҡ системаһы яралары алған һалдат һәм офицерҙарҙы дауалай. Медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты[2].

1949 йылда «О симпатической иннервацию мускулатуры жевательного аппарата» кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1950 йылдан 1957 йылға тиклем Ҡазан табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтының (ГИДУВ) стоматология кафедраһында уҡыта. Һуңынан Ҡазан дәүләт медицина институтының стоматология факультетына эшкә күсә, унда 1971 йылға тиклем ассистент һәм доцент булып уҡыта.

1967 йылда «Теш-яңаҡ системаһында дистрофик процестарҙың үҫешенә периферия нервыларын ярһытыу йоғонтоһо» темаһы медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай[1].

Пародонтоздың эксперименталь моделен эшләй һәм альвеоляр үҫентегә функциональ йөкләнеш дәрәжәһенә бәйле һөйәк өҫтө рецепторҙарының морфологик структуралары һәм уларҙың топографияһы үҙенсәлектәрен асыҡлай. Ошо тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә ортопедик дауалау планы әҙерләнде[1].

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.

1981 йылда Ҡазан ҡалаһында вафат була[3].

    • Влияние раздражения периферических нервов на развитие дистрофических процессов в зубочелюстной системе.
    • Казань, 1966.Вопросы стоматологии. Казань, 1971[3].