Кобяково ҡаласығы
ҡаласыҡ | |
Кобяково ҡаласығы
| |
Ил | Рәсәй |
Өлкә | Ростов өлкәһе |
Статус | Төбәк әһәмиәтендәге археологичк һәйкәл Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6100069000 |
Бөгөнгө хәле | Өлөшләтә тикшерелгән |
Кобяково ҡаласығы Викимилектә |
Кобяково ҡаласығы Кобяковская һыҙаһында, Дондың уң ярында, йылға аша һалынған Аҡсай автомобиль эргәһендә табыла.
Кобяково ҡаласығы буйынса Дондағы Ростов һәм Аҡсай ҡалалары араһындағы сик үтә.
Кобяково ҡаласығы һәм Танаис араһындағы туранан-тура йәки ситләтелгән бәйләнеш Боронғо Рим ваҡытынан һәм Боспор дәүләте (б.э.т. 63 йылдан Рим буйһоноуында була) осоронан килә. Тарихи-археологик әҙәбиәттә, Кубандың меот ҡәбиләһе Боспор батшаһы бойороғо буйынса Түбәнге Дон ерҙәренә күсеп ултыра, тигән фекер килтерелә. Күсенеү яйлап тормошҡа ашырыла. Башта Танаис округында Аҙау яны ҡаласығы һәм Крепостной ҡаласыҡтар барлыҡҡа килә. Саҡ ҡына һуңыраҡ — Түбәнге Гнилово ҡаласығы, аҙаҡ — Кобяково.
С. Маханьков, беренсенән, Танаис һәм Рим ососрондағы меот ҡаласыҡтары (шул иҫәптән, Кобяково ҡаласығы) араһында тығыҙ бәйләнеш булыуы тураһында һығымта яһай, икенсенән, ундағы халыҡҡа дөйөм дөйөм «танаиттар» тигән атама бирә, өсөнсөнән, уларҙы «боронғо Ростов» халҡы тип атай, дүртенсенән, беҙҙең эраның 23-сө йылын («танаиттар» иҫкә алынған ышаныслы эпиграфик һәйкәлдә аныҡ күрһәтелгән иртә һәм аныҡ дата булараҡ) ике мең йыллыҡ тарихлы Дондағы Ростов ҡалаһының тарихы башы тип алырға тәҡдим итә. Бындай тарихи концепция бәхәсле булһа ла, иғтибарға лайыҡ.
Кобяково ҡаласығы ҡыпсаҡ хандарының резиденцияһы булған, ҡыпсаҡ ханы Көбәк исеме менән аталған, тигән фекер йәшәй. Аҡсай районы флагы үҙ символдарының береһе сифатында торҡа деталдәрен индерә. Торҡа- ерихонка ҡыпсаҡтарҙа ошо урында әсирҙә булған «Игорь полкы тураһында һүҙ» әҫәре геройы кенәз Игорь хөрмәтенә флаг символикаһы булараҡ ҡулланылған.
Беренсе тапҡыр «Кобяково ҡаласығы» һүҙбәйләнеше 1570 йылдың 7 июлендә илсе Иван Новосельцевтың батша Иван Грозныйға яҙған хатында осрай. Фараз буйынса, ХVІ быуаттың беренсе яртыһында һәм хатта тотош ХVІІ быуатта ҡаласыҡ эргәһендә төрөк биләмәләренә ҡарамағанказак атаман станы була, унда илселәр һәм юл күрһәтеүселәр алмашынған.
Тарихи-географик объект булараҡ Кобяково ҡаласығының аныҡ ҡына сиге билдәле түгел. Республика әһәмиәтендәге археологик ҡомартҡы булараҡ уның сиктәрен асыҡлау һәм аныҡлау зарур.
Кобяково ҡаласығы Дон йылғаһының уң ярындағы ҡалҡыулыҡты үҙ эсенә ала һәм туристик объект сифатында күҙәтеү майҙансығы булып тора. Унан Дон, Дон аръяғы, Дон йылғаһының һул ярының, Аҡсай автомобиль күперенең һоҡланғыс күренештәре асыла.
Археологик объект булараҡ Кобяково ҡаласығы Рәсәйҙең көньяғында 1824 йылда тәүге археология экспедицияһы урыны була. Бында беренсе биләмәләр беҙҙең эраның 10-8-се быуаттарында барлыҡҡа килә. Билдәле археологик табыштар беҙҙең эраның 1-3-сө быуаты менән билдәләнә. Әлеге ваҡытта Кобяково ҡаласығы ҡоролмаларының ҡалдыҡтары, ҡаҙыныу эҙҙәре күренә.
Ҡаласыҡтың Дон эргәһендәге иң бейек нөктәһендә антропоген көсөргәнештең түбән кимәле был урында ағуналарҙың һаҡланыуына һәм йәшәүенә булышлыҡ итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Елизавета ҡаласығы
Фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Back 3000. Река Дон, Кобяково городище. За два с половиной часа.» Рекреационно-туристический фильм В. В. Залесского
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БСЭ, 1938 г., Том 33.
- В. Гладченко, И. Капустин. Историческая справка// Аксайский район. Топографическая карта, масштаб 1:100000, Аксай. План-схема, масштаб 1:15000. Карта составлена и подготовлена к изданию ФГУП «11 ВКЧ» в 1998 году, обновлена в 2005 году.
- Евграф Савельев. Археологические очерки Дона. (Лекции по краеведению). Выпуск IІI-й.
- М. И. Артамонов. Средневековые поселения на Нижнем Дону. По материалам Северо-Кавказской экспедиции. ОГИЗ, Государственное социально-экономическое издательство, Ленинградское отделение, 1935 год.
- Ю. Б. Потапова. Кобяково городище — уникальный памятник археологии Аксайского района.
- С. Маханьков. В 2023 году Ростов вправе отмечать свой двухтысячный день рождения!//Вечерний Ростов. 2012. 27 января. С4.
- Спасем Ливенцовскую крепость. Судьба Ливенцовки [О Кобяковом городище см. в абзаце 6] http://annales.info/livenc/livenc.htm