Колосов Юрий Михайлович
Колосов Юрий Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 сентябрь 1934 |
Тыуған урыны | Сясьстрой[d], Волховский район[d], Ленинград өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 28 май 2015 (80 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим, юрист, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | халыҡ-ара хоҡуҡ[d][1], Космическое право[d][1] һәм воздушное право[d][1] |
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Колосов Юрий Михайлович (7 сентябрь 1934 йыл — 28 май 2015 йыл) — юрист, халыҡ-ара хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәр докторы (1976) космос техникаһын ҡулланыуҙың халыҡ-ара хоҡуҡи проблемалары темаһына диссертация яҡлаған; Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры (1982), 1987-2005 йылдарҙа халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире була; 2-се класлы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе; «Московский журнал международного права» баҫмаһының баш мөхәррире.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Михайлович Колосов 1934 йылдың 7 сентябрендә Сясьстройҙа (Волхов районы, Ленинград өлкәһе) тыуған;
1959 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын (МГИМО) тамамлаған.. Ете йылдан һуң, 1966 йылдың 22 июнендә ошо уҡ уҡыу йортоноң халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһында профессор Александр Пирадов етәкселегендә «Критика реакционных международно-правовых концепций в области международного космического права» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм юридик фәндәр кандидаты була.
1976 йылдың 11 июнендә «Международно-правовые проблемы использования космической техники для осуществления массовой информации» темана докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. 1982 йылың 22 ғинуарында ул СССР Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры позицияһын биләй. 1987 йылдың ноябрендә Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире вазифаһына тәғәйенләнә һәм уны 2005 йылға тиклем башҡара. 1990 йылда «Советский журнал международного права» ғилми баҫмаһын ойоштора һәм уның беренсе баш мөхәррире була. 1992 йылда журнал «Московский журнал международного права» тип атала. 1995 йылдың 10 апрелендә Колосовҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» маҡтаулы исеме бирелә.
Колосов 1985 йылда Халыҡ-ара астронавтика академияһының мөхбир ағзаһы була; 1980 йылдан алып ул Халыҡ-ара космос хоҡуғы институтында ағза. 1990 йылдан ул Гаага Третейский судтың даими палатаһына инә. Бынан тыш, уның Ҡаҙағстан Республикаһы Тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы. 1996 йылда уға «2 класлы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе» дипломатик рангы бирелә. 1991-1999 йылда ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының балалар хоҡуҡтары буйынса комитетына инә, ә 2002 йылда БМО-ның иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡтары буйынса комитеттың ағзаһы була. Бынан тыш, идаралыҡ рәйесе вазифаһын биләй, МГИМО-ның юридик фәндәр буйынса диссертация советы рәйесе вазифаһын башҡара.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Колосов 250-нән ашыу ғилми баҫма авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән биш монография, өс уҡыу пособиеһы һәм өс дәреслек яҙған. Ул халыҡ-ара хоҡуҡ проблемаларын өйрәнеүҙә махсуслашҡан, атап әйткәндә — европа һәм халыҡ-ара космос хоҡуҡтарsy өйрәнә. Космос хоҡуҡтары принциптарын төҙөү һәм дәүләттәрҙең яуаплылы4sy төп принциптарыy булдырыу тураһындағы положениеларҙы төҙөүҙә ҡатнаша, , шулай уҡ киң мәғлүмәт таратыуҙың төп принциптарын әҙерләгән (мәғлүмәт алмашыу).
- «Борьба за мирный космос», Международные отношения, М., 1968.
- «Ответственность в международном праве», Юридическая литература, М., 1975.
- Перевод на словацкий язык, Братислава, 1978, изд. Pravda.
- «Массовая информация и международное право», Международные отношения, М., 1974.
- Перевод на немецкий язык в журнале «Theorie und Praxis des sozialistischen Journalismus», № 2 и № 5, 1976, Leipzig.
- «Борьба за мирный космос (правовые вопросы)», Международные отношения, М., 1984 (в соавторстве)
- Переводе на английский язык, Бангалор, Индия, 1986.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ю. М. Колосов // Наша Смоленка № 05 (31), 2015.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колосов Юрий Михайлович . МГИМО. Дата обращения: 18 ноябрь 2019.