Колумбия яйлаһы
Колумбия яйлаһы | |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Вашингтон |
Өлөшләтә тура килә | Columbia Plateau[d] һәм Columbia Plateau[d] |
Колумбия яйлаһы (ингл. Columbia Plateau) — АҠШ-тың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, көнсығышта Ҡаялы тауҙар һәм көнбайышта Каскад тауҙары араһында урынлашҡан географик һәм геологик төбәк. Вашингтон штатының көньяҡ-көнсығышында, Орегонштатының төньяҡ-көнсығышында һәм Айдахо штатының көнбайышында урынлашҡан. Майҙаны яҡынса 50 000 км2 һәм диңгеҙ кимәленән 700-1000 м бейеклектәге лава платоһынан ғибәрәт. Колумбия йылғаһы һәм уның иң ҙур ҡушылдығы Снейк йылғаһы плато территорияһын киҫеп, тәрән каньондар барлыҡҡа килтерә. Платоның өҫкө йөҙө яҫы йәки тулҡынлы; күп һанлы ҡоро каньондар бар (шуларҙың иң ҙуры — Гранд-Кули)[1]. Плато районындағы ҙур ҡалалар үҙ иҫәбенә Спокан, Якима, Песко, Кенневик, Голдендейл, Пуллман, Гермистон, Худ-Ривер, Те-Далс һәм башҡалар инә.
Миоцен һәм плиоцен осоронда базальттың массив ағымдары магматик өлкә барлыҡҡа килтереп, ҙур территорияны ҡаплайҙар. 10-15 млн йыл дауамында ахыр сиктә 1,8 км ҡалынлыҡтағы базальт ҡатламы туплана. Был ҡеүәтле ҡатлам тупланғанда ер ҡабығы түбәнәйә, Колумбия йылғаһы бассейнын барлыҡҡа килтерә. Колумбия йылғаһының хәҙерге ағымы лава массивының төньяҡ-көнбайышҡа табан хәрәкәт итеүе менән бәйле. Лава ағымы, территория буйлап ағып, тәү сиратта йылға һәм шишмә үҙәндәрен тултыра, быуа күлдәренең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған тәбиғи быуалар барлыҡҡа килтерә. Был күлдәр ҡаҙылма флора һәм фауна тупланмаһынан ғибәрәт: ташҡа әүерелгән ағас, ҡаҙылма бөжәктәр, умыртҡалыларҙың һөйәктәре һәм башҡалар[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [bse.sci-lib.com/article063040.html Колумбийское плато в БСЭ] . bse.sci-lib.com. Дата обращения: 1 февраль 2020.
- ↑ Description: Columbia Plateau Columbia River Basalt. vulcan.wr.usgs.gov. Дата обращения: 1 февраль 2020. Архивировано 11 июнь 2014 года. United States Geologic Survey, accessed October 9, 2007.