Кончаловская Нина Максимовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кончаловская Нина Максимовна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia (1991–1993).svg Рәсәй
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы
Вафат булған көнө 1994
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө табип
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Кончаловская Нина Максимовна (1908 йыл — 1994 йыл) — совет ғалим-терапевы, медицина фәндәре докторы (1953), профессор (1959). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1959).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1908 йылда Мәскәү ҡалаһында Мәскәү терапевтик мәктәбенә нигеҙ һалыусы профессор Кончаловский Максим Петрович (1875—1942) ғаиләһендә тыуа.

1931 йылда Икенсе Мәскәү медицина институтын тамамлай.

1931—1933 йылдарҙа — В. А. Обух исемендәге һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтының биохимик лабораторияһында, 1944—1934 йылдарҙа Беренсе Мәскәү медицина институтында эшләй. 1944 йылдан 1950 тиклем — Өсөнсө Мәскәү медицина институтында.

1950—1960 йылдарҙа — 1-се мәскәү медицина институты санитар-гигиена факультетының пропедевтика һәм госпиталь терапияһы клиникаһы профессоры. 1960—1970 йылдарҙа — СССР Медицина Фәндәре академияһының Хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты клиникаһының терапевтик бүлеге етәксеһе.

1936—1939 йылдарҙа аспирантурала уҡый, һуңынан — кандидатлыҡ диссертацияһы, 1953 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1959 йылда уға — профессор исеме бирелә.

Н. М. Кончаловскаяның төп ғилми эше һөнәри ауырыуҙарға арналған. Тәүге тапҡыр профпатологияла профессиональ сирҙәр патогенезында специфик булмаған сиктәш синдромдар, аллергия һәм аутоагрессия тикшерелә. Н. М. Кончаловская бауырҙың ағыулы зарарланыуын һәм һөнәри ауырыуҙарҙың йөрәк-ҡан тамырҙарысистемаһы торошона тәьҫирен өйрәнә. Уның етәкселегендә 6 — докторлыҡ һәм 30 самаһы кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана[1].

1994 йылда Мәскәүҙә вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнә[2].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1959)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 100 лет со дня рождения Нины Максимовны Кончаловской (1908—1994) / Журнал «Медицина труда и промышленная экология» // Изд: НИИ медицины труда имени академика Н. Ф. Измерова, М.: 2008 г. — № 8 — 41-46 с.
  2. Кончаловская Нина Максимовна. 18 март 2020 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]