Эстәлеккә күсергә

Корк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Корк
ингл. Cork
ирл. Corcaigh
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Corcaigh һәм Cork
Этнохороним Corkonian
Дәүләт  Ирландия
Административ үҙәге Корк[d]
Административ-территориаль берәмек Корк[d]
Сәғәт бүлкәте UTC±0:00[d]
Историческое графство Корк[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Cork.map
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Lord Mayor of Cork[d]
Башҡарма власть office of the Lord Mayor of Cork[d]
Закондар сығарыу органы legislative body of Cork City Council[d]
Халыҡ һаны 222 333 кеше (2022)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Туғандаш ҡала Сан-Франциско[2], Калининград[3], Ковентри[d][4], Рен[d], Суонси, Шанхай һәм Кёльн[d]
Ҡулланылған тел ирландский язык[d]
Майҙан 37,3 км²
Почта индексы T12, T21 and T23
Рәсми сайт corkcity.ie
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Изге ҡурсалаусы Финбарр из Корка[d]
Тема иҡтисады economy of Cork[d]
Урындағы телефон коды 021
Номер тамғаһы коды C
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Корке[d]
Карта
 Корк Викимилектә

Корк[5] (ингл. Cork; ирл.Bruachbhaile Chorcaí) — Ирландияның көньяҡ-көнбайышындағы ҡала (ҙурлығы буйынса илдә икенсе урында тора), шул исемдәге графлыҡтың административ үҙәге. VI быуатта Изге Финбарр тарафынан нигеҙ һалынған, ул Ли йылғаһының көньяҡ ярында сиркәү һалған. Халҡы 119 мең кеше (2011). Урбанистик биләмәлә 194 мең кеше йәшәй.

Ҡаланың ирландса атамаһы Corcaigh «һаҙлыҡ» кеүек тәржемә ителә.

Ирландияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн барған һуғыш емереклектәре 1920 йыл.

Корк тураһында иң боронғо телгә алыуҙар VI—VII быуаттарға ҡарай, Изге Финбарр бында монастырға нигеҙ һала (хәҙер Изге Финбарр соборы). XII быуатҡа ауыл, норманндар һөжүмен кисереп, Көньяҡ Манстер короллегенең төп ҡалаһы була. Ирланд идаралығы оҙаҡҡа һуҙылмай, һәм 1185 йылға Корк инглиз тәхетенең хакимлығы аҫтында була. Бынан һуң ҡала инглиздәр һәм ирландтарҙың бер туҡтауһыҙ һуғышы арҡаһында бер хужанан икенсеһенә күсеп йөрөй. XVIII быуат буйына Корк үҫешә, әммә йөҙ йылдан һуң аслыҡ графлыҡты һәм ҡаланы бөлгөнлөккә төшөрә, Корктың халҡы ныҡ кәмей.

Борондан ирланд ҡалаһы булараҡ, Корк Ирландияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә ҙур роль уйнай. 1920 йылда мэр һәм Ирландия Республика армияһының офицеры Томас Мак-Куртан, махсус тәғәйенлештәге инглиз көстәренең бер нисә ағзаһы тарафынан үлтерелә. Уның вариҫы, Теренс Мак-Свини, Лондондың Брикстон төрмәһендә 75 көнлөк аслыҡ иғлан итеүҙән вафат була. Быға тиклем, 1920 йылдың 11 декабрендә, махсус тәғәйенләнештәге шул уҡ отряд Ирландия республика армияһының активистарына ҡаршы каратель акциялары сифатында ҡаланың үҙәк өлөшөн яндыра. Ҡала 1921 йылда июлендә бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тамамланғанға тиклем әүҙем хәрби хәрәкәттәр урыны була.

  • 1956 йылданн Коркта йыл һайын халыҡ-ара кинофестиваль үткәрелә[6].
  • Коркта XX быуаттың билдәле ирланд музыканты Алоис Флайшман уҡыған һәм оҙаҡ ваҡыт эшләгән, ошонда уҡ ерләнгән.
  • Корк биҫтәһендә ( 1837 йылдың 1 авгусында тыуған) Әсә Джонс кеүек билдәле, Мэри Харис тыуған — күренекле профсоюз һәм йәмәғәт эшмәкәре, Донъяның индустриаль .эшселәре берекмәһенең активисы.
  • 2005 йылда Корк Европаның мәҙәни баш ҡалаһы итеп һайлана[7].
  • Корктың Корк Сити футбол командаһы бар.
  • 1864 йылдың 11 майында Коркта яҙыусы Этель Лилиан Войнич тыуған

Корк климаты Ирландияның климатына хас.

Ҡалып:Infobox Weather

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 7,9 8,3 9,7 12,4 14,6 17,2 18,3 18,4 16,7 13,6 10,5 7,8 12,9
Уртаса температура, °C 5,9 6,0 7,0 9,0 11,1 13,7 14,9 15,0 13,7 11,1 8,3 5,9 10,1
Уртаса минимум, °C 3,8 3,6 4,2 5,6 7,7 10,2 11,6 11,6 10,7 8,6 6,1 4,1 7,3
Яуым-төшөм нормаһы, мм 137 79 94 79 85 89 97 88 87 136 114 101 1184
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Изге Финбарр соборы
  • Десмонд замогы
  • Блэкрок замогы
  • Изге Финбарр соборы.
  • Пресвятая Дева Мария һәм Изге Анна соборы
  • Изге Анна сиркәүе
  • Кроуфорд Арт галереяһы.
  • Сентер Крейн Фиркин галереяһы
  • Шандон сиркәүе башняһы
  • Элисиан
  • Сент-Патрик-стритта Теобальду Мэтьюға һәйкәл
  • Ҡала советы бинаһы
  • Опера театры
  • Инглиз баҙары
  • Элизабет форты

Хеҙмәткәрҙәре һаны буйынса иң эре предприятиелар булып ҡалала дәүләт ойошмалары һәм уларҙың бүлексәләре тора. 12 эре ойошмалар араһында: 5 дауахана, 2 колледж, өс шәхси компания бар[8]. Хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса алтынсы урында Apple компанияһы, ҡалала (Apple Operations Europe) компанияһының төп европа офисы урынлашҡан[9].

Шулай уҡ ҡалала Blizzard компанияһы урынлашҡан. 2007 йылда Коркта офисын асып, компания 2010 йылға 100 эш урынын биреүҙе планлаштыра, әммә 2009 йылдың майында инде эш урыны 600-ҙән ашып китә[10]. 2011 йылға Blizzard ҡалала хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса 11-се эш биреүсе була[11].

2001 йылда ҡалала 71 мең самаһы хеҙмәтсән иҫәпләнә[8], 2006 йылда уларҙың һаны 73 меңдән ашыу баһалана, 2011 йылда уларҙың һаны тағы ла 71 мең самаһы тәшкил итә[11]

Ҡалала «Масгрейв Парк» стадионы бар, унда «Манстер» регби клубы үҙенең матчтарын үткәрә.

Халҡы — 190 384 кеше (2006 йылдағы иҫәп алыу буйынса). 2002 йылда халыҡ һаны 186 239 кеше. Шул уҡ ваҡытта, ҡала эсендә халыҡ һаны (legal area) 418 119 кеше була, биҫтә халҡы (environs) — 70 966 тәшкил итә.

Дөйөм демографик күрһәткес
Барлыҡ халҡы 2002-2006 йылдарҙа халҡының үҙгәреүе 2006
2002 2006 кеше % ир-егеттәр. ҡатын-ҡыҙ.
186 239 190 384 4145 2,2 93610 96774


Дин (тема 2 — 5 : Дин буйынса кеше һаны, 2006[12])
Католиктар,
кеше
Католиктар,
%
Башҡа диндәр Динһеҙҙәр Күрһәткес Дөйөм һаны 2006
479 166 87,4 552 10 9563 3790 190 384 190 384

Этнораса составы (Этниклыҡ. Темалар 2 — 3 : этник йәки мәҙәни сығышы буйынса даими халҡы, 2006[13])

Аҡ ирландтар Лухт-шулта Башҡа аҡ тәнлеләр Негрҙар йәки «ҡара ирландтар» Азиаттар Башҡалар Күрһәткес Дөйөм һаны 2006
585 163 734 760 12 2107 2464 2069 3530 249 187 190 384
Бөтә һорауҙарға яуап биреүселәр өлөшө, %
87,4 0,4 6,8 1,1 1,3 1,1 1,9 100 98,41

1 — бөтә халыҡтан тел тураһындағы һорауға яуап биреүселәр өлөшө

Ирланд телендә һөйләшеүселәр



(Тема 3 — 1 : 3 йәштән һәм унан өлкән кешеләрҙең ирланд телендә һөйләшеү һәләте иҫәбе, 2006[14])
Ирланд теле төп телме?
Эйе Юҡ Күрһәтелмәгән Дөйөм һаны 2006
926 81 574 96 4937 437 183 190 384
Бөтә телдәр тураһындағы һорауҙарға яуап биреүселәр өлөшө, %
44,7 52,6 2,7 100 96,41

1 — бөтә халыҡтан тел тураһындағы һорауға яуап биреүселәр өлөшө.

Ирланд телен ҡулланыу(Тема 3 — 2 : 3 йәштән һәм унан өлкән йәштә ирланд теленең ҡулланыу йышлығы, 2006[15])

Ирландса ҡайҙа һәм йыш һөйләшәһегеҙме?
көн һайын,



белем биреү учреждениеларында ғына.
көн һайын,



белем биреү учреждениеларында, шулай уҡ уларҙан ситтә лә,



икенсе урында.



(белем биреү системаһынан ситтә)
дөйөм һаны тел тураһында һорауҙарға



бөтә яуап биреүселәр
2006
көн һайын аҙна һайын һирәк бер ҡасанда күрһәткес
927 19 1445 1961 5075 375 30 920 21 1223 926 81 437 183 190 384
Бөтә телдәр тураһындағы һорауҙарға яуап биреү өлөшө, %
10,9 0,8 1,1 2,8 16,6 11,9 0,7 44,7 100
Шәхси торлаҡ типтары



(Тема 6 — 1(a) : урынлашыу тибы буйынса шәхси йорт хужалары, 2006[16])
Айырым йорт Фатир Бүлмә Күсмә йорттар күрһәткес дөйөм һаны 2006
903 57 7158 515 87 1381 67 044 190 384

Түбәндә Корк ҡалаһының туғандаш ҡалалары исемлеге:

  • Барлоу Джеймс (1921—1973) — инглиз яҙыусыһы, сценарист.
  • О ' Донован Иеремия (1831—1915) — ирланд революционеры, «Ирланд революция туғанлығы» йәшерен ойошмаһы лидеры (ИРБ). Корк ҡалаһының почётлы гражданы (1904).
  • Дэй Роберт (1836—1914) — ирланд фотографы һәм антиквары, Корк ҡалаһы күренештәре менән күп фотоһүрәттәр галереяһы ҡалдырған
  • Гиббингс Роберт (1889—1958) — ирланд һәм инглиз рәссамы-графигы, ағасҡа гравюра һалыу оҫтаһы, яҙыусы, нәшриәтсе.
  1. https://www.cso.ie/en/releasesandpublications/ep/p-cpr/censusofpopulation2022-preliminaryresults/geographicchanges/
  2. https://oewd.org/san-francisco-sister-cities
  3. https://www.klgd.ru/city/pasport_07052021.pdf
  4. https://www.coventry.gov.uk/info/222/twin_towns_and_cities
  5. Название выверено по картам Роскартографии и топокартам Генштаба СССР; Великобритания. Ирландия. Справочная карта. — М.: Роскартография, 2002. — ISBN 5-95230001-4.; Топографические карты масштаба 1 км и 5 км/см
  6. European Capitals of Culture — History (ингл.). — История инициативы «Культурная столица Европы». Дата обращения: 30 ноябрь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
  7. 8,0 8,1 Government and State agencies Cork’s biggest employers (ингл.). irishexaminer (28 март 2007). Дата обращения: 1 сентябрь 2016.
  8. Apple ordered to pay €13bn in back taxes over 'illegal' deal in Ireland  (инг.), Wired (30 August 2016). 1 сентябрь 2016 тикшерелгән. «Apple has a huge presence in Ireland. It employs 5,500 people across the country .. Apple’s major European hub, based on the outskirts of Cork, is currently being expanded and will employ an additional 1,000 people by 2017».
  9. Collins, John. Blizzard confirms 500 extra jobs in Cork (ингл.). irishtimes.com (29 май 2009). — Blizzard сообщает о 500 дополнительных рабочих местах в Корке. Дата обращения: 14 ғинуар 2010. Архивировано 24 август 2011 года. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  10. 11,0 11,1 Cork City Employment & Land Use Survey 2011 (ингл.). Cork City Council (22 март 2012). Дата обращения: 1 сентябрь 2016.
  11. Theme 2 — 5 : Number of persons by religion, 2006 (ингл.). Central Statistics Office Ireland. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 20 июль 2013 года. 2013 йыл 20 июль архивланған.
  12. Ethnicity. Theme 2 - 3 : Usually resident population by ethnic or cultural background, 2006 (ингл.). Central Statistics Office Ireland. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 20 июль 2013 года. 2013 йыл 20 июль архивланған.
  13. Theme 3 — 1 : Number of persons aged 3 or over by ability to speak Irish, 2006 (ингл.). Central Statistics Office Ireland. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 20 июль 2013 года. 2013 йыл 20 июль архивланған.
  14. Theme 3 - 2 : Irish speakers aged 3 or over by frequency of speaking Irish, 2006 (ингл.). Central Statistics Office Ireland. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 21 июль 2013 года. 2013 йыл 21 июль архивланған.
  15. Theme 6 - 1(a) : Number of private households by type of accommodation, 2006 (ингл.). Central Statistics Office Ireland. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 20 июль 2013 года. 2013 йыл 20 июль архивланған.
  • Tom Downs, Fionn Davenport, Des Hannigan, Etain O'Carroll, Oda O'Carroll, Neil Wilson. Ireland. — Lonely Planet. — С. 189. — ISBN 1-74104-078-7.
  • corkcity.ie — Корка рәсми сайты  (инг.)

Ҡалып:Ирландия:Графство Корк:Города