Короткова Александра Ивановна
Короткова Александра Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 ноябрь 1925 |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород өлкәһе |
Вафат булған көнө | 13 май 1999 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | һауынсы, һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Короткова Александра Ивановна (24 ноябрь 1925 йыл — 13 май 1999 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Горький өлкәһе Богородский районы «Крәҫтиән» колхозы һауынсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александра Ивановна Короткова 1925 йылда Солонское ауылында, хәҙер Түбәнге Новгород өлкәһенең Богородский районы, ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Ауыл мәктәбендә алты синыфты тамамлағас, «Крәҫтиән» колхозына йәштәр ялан бригадаһына эшкә урынлаша.
1944 йылда тракторсылар курсында уҡый һәм Богородский районының Квощев МТС-ында тракторсы булып эшләй башлай. 1946 йыл фермаға һауынсы булып эшкә күсә, хеҙмәт һөҙөмтәләрен арттырыырға ынтыла, һөт һауыу буйынса планды даими үтәй.
1954 йылдан алып хеҙмәттә еңеүҙәр яулай һәм халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә бер нисә тапҡыр ҡатнаша.
СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 12 мартындағы Указы менән ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләре һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәре өсөн Короткова Александра Ивановнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[1]
Ауыл хужалығында артабан да эшләүен дауам итә.
Халыҡ депутаттарының Горький өлкә Советы депутаты һәм СССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. КПСС-тың XXII съезына делегат була.
1999 йылдың 13 майында вафат була. Солонское ауылы зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958)
- Ленин ордены (12.03.1958)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (12.03.1958)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (27.09.1950)
- «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Нижегородский некрополь — Герои Социалистического Труда. niznov-nekropol.ucoz.ru.Дата обращения 10 марта 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Труда — нижегородцы. — Нижний Новгород, 2001.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Короткова Александра Ивановна . «Герои страны» сайты.
- 24 ноябрҙә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Түбәнге Новгород өлкәһендә тыуғандар
- 13 майҙа вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары
- Һауынсылар
- Алфавит буйынса шәхестәр