Косовоның именлек көстәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косовоның именлек көстәре
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 21 ғинуар 2009
Рәсем
Дәүләт  Косово
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Приштина
Рәсми сайт mod.rks-gov.net/?page=2,1
Командир Косово Республикаһы президенттары
Схематичная иллюстрация
 Косовоның именлек көстәре Викимилектә

Косовоның именлек көстәре (алб. Forca e Sigurisë së Kosovës, серб. Косовске безбедносне снаге) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһының ҡораллы формированиелары, 2008 йылдың 17 февралендә Косово Сербиянан бер яҡлы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң барлыҡҡа килә. Косово Ҡораллы көстәренә үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла.

Сербияның рәсми позицияһына ярашлы, Косовоның именлек көстәре — законһыҙ ҡораллы формированиелар, сөнки Сербия властары Косовоны үҙ дәүләтенең айырылғыһыҙ өлөшө тип иҫәпләй.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

KFOR[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БМО-ның Именлек Советының 1244-се резолюцияһына һәм Куманово хәрби-техник килешеүенә ярашлы, НАТО-ның Югославияға ҡаршы һуғышынан һуң, KFOR коллектив халыҡ-ара хәүефһеҙлек көстәре ойошторола, ул Косовоға 1999 йылдың 12 июнендә инә. KFOR көстәренә 30 ил инә (шуларҙың 23-ө — НАТО ағзаһы). Көстәр Кэмп-Бондстил, Camp Villagio и Camp Film City базаларында урынлашҡан[1].

Резолюцияға ярашлы, KFOR-ның бурыстары — хәүефһеҙлек тәьмин итеү, хәрби ғәмәлдәрҙең тергеҙелеүенә юл ҡуймау[2], Косово азатлыҡ армияһын ҡоралһыҙландырыу һәм граждандар учреждениеларын тергеҙеүгә булышлыҡ итеү[3]. 2008 йылдың июнь айынан башлап KFOR бурыстарына шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса Косово хеҙмәтен — Косовоны һаҡлау корпусын Һәм Косово ҡораллы көстәрен уҡытыу һәм формалаштырыу бурысы өҫтәлә[4].

KFOR-тың максималь һаны 50 мең хәрби хеҙмәткәргә етә, ә әлеге ваҡытта 5000 һалдат һәм офицер иҫәпләнә[5].

Косовоны һаҡлау корпусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Косовоны һаҡлау корпусы (алб. Trupat e Mbrojtjes së Kosovës) — граждан власы органы. 1999 йылдың 21 сентябрендә ЮНМИК (UNMIK) эгидаһы аҫтында ойошторола. Уның составына Косово Азатлыҡ Армияһының элекке ағзалары инә. Органды Агим Чеку етәкләй, ул шулай уҡ демобилизациялау һәм корпус батальондарын формалаштырыу процесына етәкселек итә[6].

Корпуста 7 төбәк төркөмө иҫәпләнә, уларҙың һәр береһендә бер нисә отряд була (бөтәһе 3 меңдән[7] 5 меңгә тиклем кеше). Корпус формированиеларының ҡайһы бер вәкилдәренә ҡорал йөрөтөргә рөхсәт ителә (бөтә ғәскәрҙәр өсөн 200 берәмек, келәттәрҙә — тағы 500)[8]. Корпус НАТО һәм БМО тарафынан финанслана, хеҙмәткәрҙәрҙе форма кейеме менән тәьмин итә, шулай уҡ юл төҙөлөшөндә, янғындарҙы, экологик һәләкәттәрҙе бөтөрөүҙә күрһәткән хеҙмәте өсөн түләй[9].

Косовоның именлек көстәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Косово именлек Көстәренең еңгә тегелгән шевроны (2009—2012)
Косовоның именлек көстәренең береттағы эмблемаһы

2008 йылдың мартында KFOR һәм Косовоның һаҡлау корпусы яңы хәүефһеҙлек көстәрен формалаштырыуға әҙерлек башлай. Планға ярашлы, Именлек көстәренә даими әҙерлек частарына 2500 һуғышсы һәм 19 — 35 йәшлек 800 резервист инергә тейеш[10]. Генерал-лейтенант Сөләймән Селими Генераль штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә[11].

2009 йылдың 21 ғинуарынан Косовоның именлек көстәрен Косовоның яҡлау корпусы алмаштыра.

2014 йылдың 4 мартында Именлек көстәрен Косово Ҡораллы көстәренә үҙгәртеү буйынса ҡарар ҡабул ителә[12]. Именлек министрлығы Оборона министрлығы тип үҙгәртелә[13]. Премьер-министр Хашим Тачи белдереүенсә, ҡораллы көстәр даими ғәскәрҙәрҙә 5 мең кеше һәм 3 мең резервист торасаҡ[14]. Ҡораллы көстәр булдырыу менән бәйле бөтә ойоштороу һәм закондар сығарыу процедураларын 2016 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла[15].

2016 йылдың мартында президент Хашим Тачи Косово парламентына Косово именлек көстәрен (СБК) Косово Ҡораллы көстәренә үҙгәртеү тураһында закон проектын раҫлауға тапшыра. Шул уҡ ваҡытта ул, әгәр парламент был закон проекты өсөн тауыш бирмәһә, ул отставкаға китәсәк, тип белдерә. Тачи шулай уҡ «үҙ иленең армияһын төҙөү өсөн тауыш бирмәгән закондар сығарыу органы таратылырға тейеш», тип һыҙыҡ өҫтөнә ала[16]. 2017 йылдың 15 февралендә Косово парламенты армия ойоштороу өсөн тауыш бирҙе. Бындай ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде, әммә «Серб исемлеге» партияһы депутаттары был тауыш биреүгә бойкот иғлан итә[17][18]. Шулай уҡ Косово Республикаһының буласаҡ Ҡораллы көстәрен НАТО хәрби көстәре структураһына интеграциялау күҙ уңында тотола.

Косово именлек көстәренең дәрәжәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009—2012[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генералдар
radhë Gjenerallejtënant Gjeneralmajor Gjeneralbridage
дәрәжә Генерал-лейтенант Генерал-майор Бригада генералы
Штаб офицерҙары Офицерҙар
radhë Kolonel Nënkolonel Major Kapiten Toger Nëntoger
дәрәжә Полковник Подполковник Майор Капитан Беренсе лейтенант Икенсе лейтенант
Түбән дәрәжәле офицерҙар Рядовойҙар составы
radhë Rreshter i parë Rreshter Major Kapter Rreshter Tetar Ushtar
дәрәжә Сержант-майор Беренсе сержант Штаб-сержанты Сержант Капрал Рядовой

2012 йылдан алып[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генералдар
radhë Gjenerallejtënant Gjeneralmajor Gjeneralbridage
дәрәжә Генерал-лейтенант Генерал-майор Бригада генералы
Штабс-офицерҙар Офицерҙар
radhë Kolonel Nënkolonel Major Kapiten Toger Nëntoger
дәрәжә Полковник Подполковник Майор Капитан Беренсе лейтенант Икенсе лейтенант
Түбән дәрәжәле офицерҙар Рядовойҙар составы
radhë Rreshter i parë Rreshter Major Kapter Rreshter Tetar Ushtar
дәрәжә Сержант-майор Беренсе сержант Штаб-сержанты Сержант Капрал Рядовой

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. NATO’s role in Kosovo. Дата обращения: 9 март 2014. Архивировано 11 июнь 2010 года.
  2. Контингент KFOR сокращаться не будет, заявил генсек НАТО | РИА Новости
  3. NATO — Topic: NATO’s role in Kosovo. Дата обращения: 9 март 2014. Архивировано 11 июнь 2010 года.
  4. Lenta.ru: Мир: Численность войск НАТО в Косово сократят на треть. Дата обращения: 9 март 2014. Архивировано 9 март 2014 года.
  5. Косово получило неограниченный суверенитет | Важнейшие политические события в Европе: оценки, прогнозы, комментарии | DW.DE | 10.09.2012. Дата обращения: 9 март 2014. Архивировано 15 апрель 2014 года.
  6. Би-би-си | Аналитика | Косово: краткая справка. Дата обращения: 9 март 2014. Архивировано 9 март 2014 года.
  7. Новости NEWSru.com :: У Косово появилась собственная армия. Дата обращения: 9 март 2014. Архивировано 9 март 2014 года.
  8. Новости NEWSru.com :: У Косово появилась собственная армия. Дата обращения: 9 март 2014. Архивировано 9 март 2014 года.
  9. Косово: больше года без войны / Войны и конфликты / Независимая газета. Дата обращения: 9 март 2014. Архивировано 9 март 2014 года.
  10. Security forces to be formed in Kosovo 2011 йыл 29 сентябрь архивланған., MRT.com, March 31, 2008.
  11. BBC: «Kosovo’s security force launched» 2018 йыл 26 декабрь архивланған.. 21.01.2009
  12. «Росбалт»: «Косово обзавелось собственной армией» 2014 йыл 9 март архивланған.. 4.03.2014
  13. Euronews: «У Косова появилась своя армия» 2017 йыл 14 октябрь архивланған.. 4.03.2014
  14. ТАСС: «Сербия потребует созыва заседания СБ ООН в связи с решением Косова создать свою армию» 2015 йыл 23 декабрь архивланған.. 6.03.2014
  15. РИА Новости: «Правительство Косово начнёт формирование армии» 2014 йыл 9 март архивланған..
  16. Косово создает армию. США возражают, но соглашаются  (рус.), РИА Новости. 27 апрель 2017 тикшерелгән.
  17. Парламент Косово проголосовал за создание армии, Росбалт. 29 май 2017 тикшерелгән.
  18. Косовские депутаты проголосовали за создание армии. Российская газета. Дата обращения: 29 май 2017. Архивировано 14 февраль 2017 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]