Кост Екатерина Андреевна
Кост Екатерина Андреевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 8 июль 1888 |
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 февраль 1975 (86 йәш) |
Вафат булған урыны |
СССР Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | гематолог |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Екатерина Андреевна Кост (1888 — 1975) — совет ғалимы-гематологы, медицина фәндәре докторы (1952), профессор (1953). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1947).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Екатерина Андреевна Кост 1888 йылда Мәскәүҙә тыуған
1913 йылда Мәскәү юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарының медицина факультетын тамамлай.
1914 йылдан ординатор, ә 1921 йылдан Икенсе Мәскәү дәүләт университетының госпиталь терапевтик клиникаһында ассистент булып эшләй. 1943 йылдан — өҙлөкһөҙ профессиональ белемдең Рәсәй медицина академияһында клиник лаборатор диагностика кафедраһы мөдире. 1952 йылда «Гипо- и гиперпластические процессы при заболеваниях кроветворного аппарата» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1953 йылда профессор дәрәжәһен ала.
Е.А. Кост геморрагик диатездарға, ҡан барлыҡҡа килеүҙең гипо- һәм апластик процестарына арналған 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 5 монография баҫтырып сығара.
Е. А. Кост 1955 йылдан «Лабораторное дело» (1955—1969) журналының ойоштороусыһы һәм яуаплы мөхәррире була, 1938 йылдан алып — СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яңы медицина техникаһын индереү буйынса комитеттың лаборатор комиссияһы рәйесе, 1947 йылдан — табип-лаборанттарҙың Бөтә Союз ғилми йәмғиәте рәйесе, 1966 йылдан — Болгарияның клиник лабораторияһы буйынса ғилми йәмғиәттең почетлы ағзаһы була. Е.А. Кост Ҙур медицина энциклопедияһының 2-се баҫмаһында «Внутренние болезни» мөхәрририәт бүлегенең мөхәррире була[1].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1947)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Журнал:Гематология и трансфузиология // Профессор Екатерина Андреевна Кост — видный отечественный гематолог, организатор лабораторного дела (К 125-ти летию со дня рождения) 2020 йыл 24 март архивланған. / Кнопов М. Ш., Тарануха В. К. Российская медицинская академия последипломного образования. М.: Том: 58, № 2: 2013 г. — 47-48 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 11: Коамид — Криотерапия. — 1979 г. — 544 с.
- Журнал:«Гематология и трансфузиология» // Профессор Екатерина Андреевна Кост — видный отечественный гематолог, организатор лабораторного дела (К 125-ти летию со дня рождения) 2020 йыл 24 март архивланған. / Кнопов М. Ш., Тарануха В. К. Российская медицинская академия последипломного образования. М.: Том: 58, № 2: 2013 г. — 47-48 с.
- 8 июлдә тыуғандар
- 1888 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 26 февралдә вафат булғандар
- 1975 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табиптары
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ғалимдар
- Профессорҙар