Эстәлеккә күсергә

Котельникова Антонина Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Котельникова Антонина Григорьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1927
Тыуған урыны Киров өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2000
Вафат булған урыны Киров өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Антонина Григорьевна Котельникова (19272000) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Киров өлкәһе Уржумский районының «Буйский» дәүләт тоҡомсолоҡ совхозында сусҡа ҡараусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)

Антонина Григорьевна Котельникова 1927 йылдада Киров өлкәһенең Уржумский районы Александровский ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Ауыл мәктәбенең 4 синыфын уҡый һәм сусҡа фермаһына эшкә урынлаша. Ун дүрт йәшендә фабрика-завод мәктәбенә уҡырға инә, иретеп йәбештереүсегә уҡый. Заводта эшләй[1]. Тик илленсе йылдарҙа ғына тағы сусҡа фермаһына эшкә килә. Юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә. Йәш малдарҙы һимертеү буйынса районда иң яҡшыһы була.

1968 йылда даими йәшәү урынына күсеп килә һәм "Буйский" дәүләт тоҡомсолоҡ совхозында эшләй башлай, унда уға уржум тоҡомонан булған 27 инә сусҡаны ышанып тапшыралар. Йыл һайын ул 500-ҙән ашыу сусҡа балаһы үҫтерә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге указы менән ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм сусҡасылыҡта рекордлы күрһәткестәре өсөн Антонина Григорьевна Котельниковаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Һуңыраҡ эшләүен дауам итә. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Буйский ауылында йәшәй. 2000 йылда вафат була.

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

  1. Котельникова Антонина Григорьевна - Забытые имена Пермской губернии. www.fnperm.ru. Дата обращения: 10 март 2020. 2020 йыл 20 февраль архивланған.
  • Золотая плеяда кировчан. - Киров, 2009.