Кочемасова Зинаида Николаевна
Кочемасова Зинаида Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 1921 |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 14 апрель 2008 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Эшмәкәрлек төрө | микробиология |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кочемасова Зинаида Николаевна (1921 — 2008) — совет ғалим-микробиологы, медицина фәндәре докторы (1982), профессор (1971). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1921 йылдың 30 октябрендә Түбәнге Новгородта тыуған.
1943 йылда Горький медицина институтын тамамлай.
1948 йылда Беренсе Мәскәү медицина институтында эшләй башлай. 1948—1951 йылдарҙа аспирантурала уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң микробиология кафедраһында уҡыта.
1956—1959 йылдарҙа З. Н. Кочемасова Германияла эшләй — Гумбольдт исемендәге Берлин университетында микробиология кафедраһында уҡыта[1].
1960 йылдан тағы ла Беренсе Мәскәү медицина институтында эшләй: 1960—1971 йылдарҙа — доцент, 1971—1976 йылдарҙа — профессор һәм 1976—1986 йылдарҙа — микробиология, иммунология һәм вирусология кафедраһы мөдире. 1986—1987 йылдарҙа — микробиология, иммунология һәм вирусология профессор-консультанты[1]. Кафедра менән етәкселек итеү осоронда З. Н. Кочемасова шартлы-патоген бактерияларҙың кеше патологияһында ролен, ауырыу тыуҙырыусыларҙың структур һәм биологик үҙенсәлектәрен, эренле-шешеү ауырыуҙарында макроорганизмдың һаҡлағыс факторҙарын өйрәнә. Шул ваҡыттан бөгөнгө көнгә тиклем кафедра анаэробтар тыуҙырған эренле-шешеү ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау ысулдарын эшләү буйынса методик үҙәк булып тора[2].
Профессор З. Н. Кочемасова киң ҡулланыу тапҡан туберкулездың L-формалағы микробактерияларын алыу ысулдарын эшләй, шуның өсөн 1981 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була. Клиницистар менән бергә хроник пиелонефрит ваҡытында микоплазмалар бүленеп сығыу һәм идентификациялау мәсьәләләрен хәл итә. З. Н. Кочемасова медицина юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн микробиология буйынса дәреслек авторҙашы була[3]. Бөтә Союз микробиологтар, паразитологтар һәм эпидемиологтар йәмғиәте идараһы президиумы ағзаһы булып тора[1].
1977 йылда Мәскәүҙә вафат була, Троекуров зыяратында ерләнгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1981)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Кочемасова Зинаида Николаевна . Дата обращения: 31 март 2020.
- ↑ История кафедры микробиологии, вирусологии и иммунологии . Дата обращения: 31 март 2020.
- ↑ Кочемасова, Зинаида Николаевна - Микробиология . Дата обращения: 31 март 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 225 лет Первому Московскому медицинскому институту им. И. М. Сеченова: 1765—1990 / Отв. ред. М. А. Пальцев. — М.: НПО «Медицинская энциклопедия», 1990. — 368 с.
- 1921 йылда тыуғандар
- Түбәнге Новгородта тыуғандар
- 14 апрелдә вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Берлин университеты уҡытыусылары
- Мәскәү дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 13 октябрҙә тыуғандар