Эстәлеккә күсергә

Кравцов Сергей Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кравцов Сергей Сергеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Патронимы йәки матронимы Сергеевич[d]
Тыуған көнө 17 март 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Министр просвещения[d][1]
Уҡыу йорто М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты
Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d] (2007)
Ғилми етәксе Роберт Ирэна Веньяминовна[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре
 Кравцов Сергей Сергеевич Викимилектә

Кравцов Сергей Сергеевич (17 март 1974 йыл) — ғалим-педагог, дәүләт эшмәкәре. 2020 йылдың 21 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры. Педагогия фәндәре докторы (2007), доцент. Рәсәй Федерацияһының 3 класлы дәүләт советнигы (2013). 2020 йылдың 21 авгусынан 2013 йылдың 8 ғинуарына тиклем Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе (Рособрнадзор). 2021 йылдың 4 декабренән «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы ағзаһы.

Сергей Сергеевич Кравцов 1974 йылдың 17 мартында Мәскәүҙә тыуған[2].

1996 йылда Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университетын (2006 йылдан — М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты, 2015 йылда Мәскәү педагогия дәүләт университетына берләштерелә) «математика һәм информатика уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай[2]. В 1994—1996 годы — учитель математики в школе № 176 города Москвы[3].

1997 йылдан 2002 йылға тиклем Рәсәй мәғариф академияһының мәғариф менән идара итеү институтында эшләй, кесе ғилми хеҙмәткәр, ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире вазифаларын биләй. 2000 йылда Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын «Сит телде белгән дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ» һөнәре буйынса тамамлай[2].

2002 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығында эшләй башлай. 2004 йылдан 2008 йылға тиклем Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәте етәксеһе Виктор Болотовтың ярҙамсыһы[2].

2008 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү тәртибен эшләгән «Федераль һынау үҙәге» Федераль дәүләт учреждениеһы директоры итеп тәғәйенләнә. 2009 йылда Рәсәй мәғариф академияһының мәғариф менән идара итеү институтын етәкләй[2].


2011 йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының төбәк үҫеше департаменты директоры итеп тәғәйенләнә; шулай уҡ 2011 йылда «Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү һәм ҡайтанан профессиональ әҙерлек үтеү академияһы» федераль дәүләт учреждениеһы ректоры вазифаһын башҡара[2]. Мәғариф һәм фән министрлығының программалар менән идара итеү һәм конкурс процедуралары департаменты директоры вазифаһына тәғәйенләнә[2].

2013 йылдың 8 авгусында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәте начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә, был вазифала Иван Муравьёвты алмаштыра. 2017 йылдың 28 октябренән 2018 йылдың 24 майына тиклем Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары — Рособрнадзор начальнигы вазифаһын биләй, сөнки ведомство Мәғариф һәм фән министрлығына буйһона. 2018 йылда Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Хөкүмәткә ҡайтанан буйһондорола; 2018 йылдың 24 майында Кравцов ҡабаттан уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә[2].

2020 йылдың 21 ғинуарында Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығын етәкләй[4].

2021 йылдың 4 декабрендә Кравцов «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы составына инә, уның кандидатураһы партия съезында етәксе органдар ротацияһы сиктәрендә тауыш биреү юлы менән раҫлана[5]. Ошо уҡ ултырышта Кравцовҡа «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия билете тапшырыла[6].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылда «Методика проведения занятий с отстающими учащимися по математике с использованием технологии мультимедиа» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

2007 йылда педагогия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Теория и практика организации профильного обучения в школах Российской Федерации» темаһы буйынса диссертация яҡлай[2] (рәсми оппоненттары А. В. Баранников, В. И. Блинов һәм В. С. Данюшенков). «Диссернет» берләшмәһе мәғлүмәттәре буйынса, диссертацияла цитата сифатында форматланмаған, шул иҫәптән авторлаштырылмаған сығанаҡтарҙан алынған күләмле үҙләштереүҙәр бар[7]. 2013 йылдың авгусында Дәүләт Думаһы депутаты В. В. Бурматов Кравцовты докторлыҡ диссертацияһында плагиатта ғәйепләй[8].

Атаһы — инженер, «Энергия — Буран» космос карабы проекты өҫтөндә эшләй. Әсәһе — уҡытыусы, «Информатика в школе» журналының баш мөхәррире[9].

Өйләнгән, ике балаһы бар[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (2016 йылдың 6 апреле) — «белем биреүҙең сифатын баһалау системаһын үҫтереүгә, объектив берҙәм дәүләт имтихандарын уҙғарыу механизмын камиллаштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн»[2][10];
  • Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре[11];
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы[11];
  • «Намыҫ һәм батырлыҡ өсөн» миҙалы (Кемерово өлкәһе; 2015)[12];
  • Рәсәй йәһүд общиналары Федерацияһының «Дәүләт эшмәкәре» номинацияһында премияһы (2021) — «Дөйөм белем биреү системаһында Рәсәй халыҡтарының милли һәм мәҙәни традицияларына булышлыҡ иткәне өсөн»[13].
  1. Sergei Kravtsov // Senior Russian Government Officials (ингл.)
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 Кравцов, Сергей Сергеевич. Энциклопедия. ТАСС. Дата обращения: 26 июнь 2018. Архивировано 10 ноябрь 2018 года.
  3. Сергей Сергеевич Кравцов - Правительство России. government.ru. Дата обращения: 2 март 2020. Архивировано 30 июнь 2020 года.
  4. Что известно о новом министре просвещения. ТАСС (21 ғинуар 2020). Дата обращения: 15 февраль 2021. Архивировано 5 май 2020 года.
  5. Сергей Кравцов вошёл в состав Генсовета «Единой России». Официальный сайт Министерства просвещения РФ (4 декабрь 2021). Дата обращения: 4 декабрь 2021. Архивировано 4 декабрь 2021 года. 2021 йыл 4 декабрь архивланған.
  6. Медведев вручил партбилеты "Единой России" руководству ДНР и ЛНР. ТАСС (4 декабрь 2021). Дата обращения: 4 декабрь 2021. Архивировано 4 декабрь 2021 года.
  7. «Теория и практика организации профильного обучения в школах Российской Федерации»: диссертация на соискание ученой степени доктора педагогических наук: анализ. www.dissernet.org. Вольное сетевое сообщество «Диссернет» (2013). Дата обращения: 20 ғинуар 2020. Архивировано 24 февраль 2020 года.
  8. Депутат обвинил нового главу Рособрнадзора в плагиате. РБК (12 август 2013). Дата обращения: 8 июнь 2021. Архивировано 9 июнь 2021 года.
  9. Борисов А. От учителя до министра // Санкт-Петербургские ведомости. — 2020. — 7 февр.
  10. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 06.04.2016 № 599-р "О поощрении Правительством Российской Федерации". pravo.gov.ru. Официальный интернет-портал правовой информации. Дата обращения: 26 июнь 2018. Архивировано 11 июль 2020 года.
  11. 11,0 11,1 Кравцов Сергей Сергеевич. Официальный сайт Министерства просвещения РФ. Дата обращения: 22 ғинуар 2020. Архивировано 10 июль 2020 года. 2020 йыл 10 июль архивланған.
  12. Глава Рособрнадзора награжден медалью Кемеровской области «За честь и мужество». informio.ru (11 декабрь 2015). Дата обращения: 21 сентябрь 2020. Архивировано 4 декабрь 2021 года.
  13. Академик Гинцбург и министр Кравцов стали лауреатами премии Федерации еврейских общин. Интерфакс (29 ноябрь 2021). Дата обращения: 4 декабрь 2021. Архивировано 4 декабрь 2021 года.