Красовский Гурий Николаевич
Гурий Николаевич Красовский | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Научно-исследовательский институт экологии человека и гигиены окружающей среды имени А. Н. Сысина |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1973) |
Ғилми исеме |
Ҡалып:УЗ+ |
Награда һәм премиялары | Ҡалып:Медаль «В память 850-летия Москвы» |
Красовский Гурий Николаевич (16 август 1929 йыл — 31 март 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй токсикологы, РМФА мөхбир ағзаһы (1994), Рәсәй ФА мөхбир ағзаһы (2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1929 йылдың 16 авгусында тыуған.
1954 йылда 1-се Мәскәү медицина институтын «медик-санитар эше» һөнәре буйынса тамамлай. Аспирантураны тамамлағандан һуң, шунда уҡ өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында, ә аҙаҡ — токсикология бүлегенең мөдире булып эшләй. Артабан Фәнни-тикшеренеү үҙәгенең коммуналь гигиена кафедраһы лабораторияһы ҡарамағындағы токсикология бүлеге мөдире була.
А. Н. Сысин исемендәге кеше экологияһы һәм тирә-яҡ мөхит гигиенаһы ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.
- һыу-санитарияһы токсикология лабораторияһының етәксеһе (1972-1989);
- фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары (1989-1996);
- һыу бысраныу токсикологияһы лаборатория етәксеһе (1996-2003);
- төп ғилми хеҙмәткәр(2003-2019).
1959 йылда — «Роль кальция в развитии эндемического флюороза (экспериментальные данные)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1973 йылда — «Моделирование интоксикаций и обоснование условий экстраполяции экспериментальных данных с животных на человека при решении задач гигиенического нормирования» темаһына докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай..
1979 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.
1994 йылда — РМФА-ның мөхбир-ағзаһы итеп һайлана.
2014 йылда — Рәсәй ФА-ның мөхбир-ағзаһы.
2019 йылдың 31 мартында Мәскәү өлкәһенеңНиколо-Архангельск зыяратында ерләнгән[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Санитар токсикология өлкәһе белгесе, ул шулай уҡ һыуҙы химик быратыу ҡурҡынысын баһалау һәм гигиена нормалау методологияһы өлкәһе белгесе.
Ул һыуҙағы ағыулы матдәләрһе баһалау методын һәм принциптарын эшләү буйынса тикшеренеүҙәр алып бара, интоксикация һәм ағыу күрһәткестәренең кеше һәм хайуандар организмына йоғонтоһон экстраполяциялауҙы моделләштереү, киҫкен һәм хроник ағыуланыуҙың критерийҙарын билдәләү методтарын унификациялай, органолептик үҙенсәлектәрҙең кумулятилығын (йыйылыуын) тикшерә һәм халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙә ҡулланылған материалдар һәм технологияларҙың хәүефен асыҡлауҙы системалаштыра.
500-ҙән ашыу фәнни эш авторы, шул иҫәптән 16 китап һәм монография яҙған.
Уның етәкселегендә 23 медицина фәндәре докторы һәм 35 кандидаты әҙерләнгән .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулы айҡанлы» юбилей миҙалы
- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
- Миҙал «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- СССР ВДНХ-ның ике көмөш һәм бер алтын миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Красовский Г.Н. moscow-tombs.ru. Дата обращения: декабрь 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Гурия Николаевича Красовского РФА рәсми сайтында
- 16 августа тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- 31 мартта вафат булғандар
- 2019 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Медицина фәндәре докторҙары
- РАМН ағза-корреспонденттары
- РАН мөхбир ағзалары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр