Крис Хемсворт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Крис Хемсворт
Chris Hemsworth
Тыуған көнө

11 август 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (40 йәш)

Тыуған урыны

Мельбурн, Виктория, Австралия

Гражданлығы

Австралия Австралия

Һөнәре

актёр

Карьераһы

2002 — хәҙерге ваҡыт

IMDb

ID 1165110

 Крис Хемсворт Викимилектә

Крис Хемсворт (ингл. Chris Hemsworth; 11 август 1983 йыл, Мельбурн, Виктория, Австралия) — Австралия актёры, BAFTA премияһы номинанты. Marvel кинематография ғаләмендәге «Тор», «Үс алыусылар», «Тор 2: Ҡараңғылыҡ батшалығы» һәм «Үс алыусылар: Альтрон дәүере» («Мстители: Эра Альтрон») фильмдарында Тор роле менән киң билдәле, шулай уҡ «Ярыш» һәм «Диңгеҙ йөрәгендә» фильмдарында ла уйнай.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Крис Хемсворт 1983 йылда Мельбурнда[1] тыуған. Уның бер туған ағалары Люк һәм Лиам шулай уҡ актёрҙар.

Хемсвортҡа 15 йәш булғанда, уның ғаиләһе кескәй генә Филиппин утрауына күсенә. 2009 йылдың мартында Хемсворт карьераһын дауам итер өсөн Америка Ҡушма Штаттарына килә. Лиам ағаһы менән бергә үҙҙәренә Лос-Анджелеста әле йәшәгән фатирҙарын тапҡансы агент Крис Уильям Вордтың ҡунаҡтар өсөн йортонда йәшәйҙәр.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005—2006 йылдарҙа «Өйҙә һәм юлда» сериалы буйынса хеҙмәттәше Изабель Лукас менән осрашҡан. 2010 йылдың 26 декабрендә испан һәм америка актрисаһы Эльза Патаки[2] менән өйләнешәләр. 2012 йылдың 11 майында[3] уларҙың ҡыҙы Индия Роуз Хемсворт тыуа. 2013 йылдың ноябрендә Хемсворт Эльза менән тағы бер тапҡыр ата-әсә буласаҡтары тураһында хәбәр итә[4][5]. 2014 йылдың 18 мартында уларҙың Тристан һәм Саша исемле игеҙәктәре тыуа.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Biography for Chris Hemsworth — IMDb
  2. Jordan, Julie. Thor Star Chris Hemsworth Gets Married, People (28 December 2010). 7 октябрь 2011 тикшерелгән.
  3. Avengers Star Chris Hemsworth & Wife Welcome Daughter(недоступная ссылка)
  4. Крис Хемсворт и Эльза Патаки снова станут родителями. Дата обращения: 21 ноябрь 2013. Архивировано 21 ноябрь 2013 года.popcornnews(недоступная ссылка)
  5. Schutte, Lauren Chris Hemsworth and Elsa Pataky Are Expecting Baby No. 2! Yahoo. Дата обращения: 20 ноябрь 2013. 2013 йыл 23 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]