Эстәлеккә күсергә

Круглова Клавдия Егоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Круглова Клавдия Егоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Клишева[d], Сельское поселение Заболотьевское[d], Раменский районы[d], Мәскәү өлкәһе
Вафат булған көнө 1986
Вафат булған урыны Клишева[d], Сельское поселение Заболотьевское[d], Раменский районы[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө һауынсы, һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены ВДНХ-ның бронза миҙалы ВДНХ-ның көмөш миҙалы


Клавдия Егоровна Круглова (19081986) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Мәскәү өлкәһе Раменский районы Прохорыч исемендәге колхоздың һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Клавдия Егоровна Круглова 1908 йылда Бронницкий өйәҙенең Раменский улусы Клишево ауылында урыҫ ғаиләһендә тыуған.

Клавдия Егоровна Круглова башланғыс мәктәптә уҡый. 1927 йылда Раменскийҙағы «Ҡыҙыл йондоҙ» туҡыу фабрикаһында хеҙмәт юлын башлай. 1930 йылда тыуған ауылына ҡайта һәм урындағы колхозда эшләй башлай. 1936 йылдан алып Прохорыч исемендәге колхоздың фермаһында һауынсы булып эшләй.

1948 йыл һөҙөмтәләре буйынса Клавдия Егоровна Круглова үҙенә тапшырылған һыйырҙарҙың һәр береһенән йылына уртаса 5599 килограмм һөт һәм составында 201 килограмм май тотҡан һөт һауып алыуға өлгәшә,йөкмәткеһе.

1949 йылдың 7 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы ауыл хужалығында һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткес менән юғары һөҙөмтә алыу өсөн Клавдия Егоровна Кругловаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Клавдия Егоровна Круглова ауыл хужалығында эшләүен артабан да дауам итә1956 йылдан алып сусҡасылыҡ фермаһында эшләй, аҙаҡ быҙауҙар ҡарай. 1959 йылдағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң колхоздың баҫыусылыҡ бригадаһына эшкә күсә. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә бер нисә тапҡыр ҡатнашып, миҙалдар яулай. 1964 йылда ул хаҡлы ялға сыға.

Клавдия Егоровна Круглова тыуған Клишево ауылында йәшәй. 1986 йылда вафат була.

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ булған:

  • Аверьянова М.Г. Край Раменский. Галерея имён. В 2 книгах. - Москва, 2004-2008.