Крупин Владимир Павлович
Владимир Павлович Крупин | |
Файл:Крупин Владимир Павлович.png | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
город Тетюши, Тетюшский район, Татарская АССР, РСФСР |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Хирург 5-й городскую клинической больницы города Казань |
Наградалары һәм премиялары | |
Крупин Владимир Павлович (21 июль 1925 йыл Тәтеш ҡалаһы — 6 октябрь 2006 йыл, Ҡазань) — совет табибы, хирург, СССР-ҙың халыҡ табибы (1980)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1925 йылдың 21 июлендә РСФСР-ҙың Татар АССР-ы Тәтеш районы Тәтеш ҡалаһында тыуған.
Ситтән тороп мәктәпте, шулай уҡ ситтән тороп Ҡазан авиация техник техникумын (әлеге ваҡытта П. В. Дементьев исемендәге Ҡазан авиация техник техникумы) тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡазан авиазаводында эшләй. Һуңынан Ҡазан дәүләт медицина институтына уҡырға инә, уны 1952 йылда тамамлай.
Диплом алғандан һуң Беловольжскаяла хирург, ә һуңынан Корнуховская дауаханаһында эшләй башлай, унда баш табип булып китә. Бынан һуң Ҡазан тимер юлының Юдино станцияһының үҙәк дауаханаһында хирург булып эшләй. 1958 йылда Ҡазандың 5-се ҡала клиник дауаханаһына эшкә күсә, унда Ҡазан дәүләт табиптар әҙерләү институтының ашығыс хирургия кафедраһы урынлаша.
Крупин 30 йылдан ашыу 5-се ҡала клиник дауаханаһының дөйөм хирургия бүлеген етәкләй. Татарстан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл һайын 300-гә яҡын операция яһаған.
1980 йылда халыҡ һаулыҡ өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, юғары әхлаҡи сифаттары һәм һөнәри эшмәкәрлеге өсөн Крупин Владимир Павловичҡа «СССР-ҙың халыҡ табибы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Татарстанда һаулыҡ һаҡлау тарихында был исемде ике табип ҡына ала.
2000 йылда «Татфлот» суднолар йөрөтөү компанияһының медицина бүлеге хирургы булып эшләй башлай. Хирург булып эшләгән йылдарында бөтәһе 9 меңгә яҡын операция яһай. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
2006 йылдың 3 октябрендә Ҡазанда вафат була, Ар зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «СССР-ҙың халыҡ табибы» (1980)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены(1971)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2017 йылдың 14 июлендә Ҡазан дәүләт медицина университетының (элекке 5-се ҡала дауаханаһы) хирургия клиникаһына Крупин Владимир Павлович исеме бирелә[2].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народный врач СССР 2022 йыл 7 июль архивланған.
- Крупин Владимир Павлович 2022 йыл 28 апрель архивланған.
- Имя народного врача СССР Владимира Крупина присвоено хирургической клинике КГМУ
- Крупин Владимир Павлович
- Крупин, Владимир Павлович(недоступная ссылка)