Кузнецов Александр Павлович
Кузнецов Александр Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 8 ноябрь 1923 |
Тыуған урыны | Бәләбәй районы |
Вафат булған көнө | 30 май 1979 (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Ивано-Франковск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | офицер |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кузнецов Александр Павлович (8 ноябрь 1923, Екатериновка ауылы, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, — 30 май 1979, Львов) — артиллерия полковнигы, Дан орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кузнецов Александр Павлович 1923 йылдың 8 ноябрендә Башҡортостандың Бәләбәй районы Екатериновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Бәләбәй педагогия училищеһының 2-се курсын тамамлай. 1941 йылдың декабрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына.
Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың июленән.
Александр Павлович һуғыштан һуң армияла хеҙмәтен дауам итә. 1953 йылда Киев артиллерия училищеһын тамамлай. 1971 йылда подполковник Кузнецов запаста
1975 йылдан бирле запастағы полковник. Ивано-Франковск ҡалаһында йәшәй (Украина). 2-се мәктәптә военрук булып эшләй
1979 йылдың 30 майында вафат була. Ивано-Франковск өлкәһенең Тысменицкий районының Чукаливка ауылында ерләнә[1].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]277-се гвардия истребитель- танкыға ҡаршы артиллерия полкының командир ярҙамсыһы (4-я гвардия истребитель-танкыға ҡаршы бригада, 69-сы армия, 1-се Белорус фронты) гвардия сержанты Кузнецов 1944 йылдың 25 июлендә Хмель ҡасабаһы (Люблин ҡалаһынан 17 км көньяҡ-көнсығыштараҡ, Польша) янында дошман оборонаһын разведкалау барышында гвардия сержанты Кузнецов һалдаттар төркөмө менән гитлерсыларға алышҡа инергә мәжбүр була, уның барышында 10 дошман һалдаты юҡ ителә , дүртәүһе әсиргә алына, ҡалғандары ҡаса
1944 йылдың 3 авгусында 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Гвардия старшинаһы А.П.Кузнецов 1944 йылдың 31 июлендә пехота менән бергә Висла йылғаһы аша сығып (Польшаның Радом ҡалаһынан 42,5 км көнсығышҡараҡ), беренселәрҙән булып дошман урынлашҡан урынға бәреп инә һәм 10 гитлерсыны юҡ итә. Бынан һуң дошман оборонаһының йомшаҡ урындарын асыҡлай, был артиллерия полкының төп көстәренә кисеүҙе еңеләйтә.
1944 йылдың 21 сентябрендә 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә .
Пискуров (Польша) тораҡ пункты районында дошман оборонаһын йырып, 1945 йылдың 14 ғинуарында Кузнецов ваҡытында дошмандың ут нөктәләрен асыҡлай, шунан һуң үҙ артиллерияһының атыуын төҙәтә. Уның арҡаһында 3 дошман пулеметы һәм минометы юҡ ителә.
1945 йылдың 16 ғинуарында Воля-Стара тораҡ пункты янында (Польшаның Радом ҡалаһынан көнсығышҡараҡ ), гитлерсылар төркөмөнөң ҡапыл һөжүменән полк командирын яҡлап, ике разведчик менән бергә тигеҙ булмаған алышҡа инә. Бер нисә дошман һалдатын үлтерә, ҡалғандары ҡаса.
1945 йылдың 24 мартында 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дан орденының өс дәрәжәһе
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар («Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм ике миҙал «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн»).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кузнецов Александр Павлович . «Герои страны» сайты.}
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. Уфа.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.