Кулакова Анна Ильинична
Кулакова Анна Ильинична | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 22 март 1929 |
Тыуған урыны |
СССР, РСФСР, Алтай крайы СССР, РСФСР |
Вафат булған көнө | 17 август 1992 (63 йәш) |
Вафат булған урыны |
Рәсәй, Новосибирск өлкәһе Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Анна Ильинична Кулакова (1929 — 1992) — ауыл хужалығы машиналары эшләүҙең совет алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анна Ильинична Кулакова 1929 йылдың 20 мартында Алтай крайының эшселәр ғаиләһендә тыуған.
Урта мәктәптең ете класын, артабан фабрика-завод уҡыусылығы мәктәбен тамамлай, шунан һуң Алтай крайы заводында эшләй.
1957 йылдан А. И. Кулакова ауыл хужалығы техникаһын сығарыусы Новосибирск «Сибсельмаш» заводының ҡойоу цехында эшләй үҙәксе булып эшләй. А.И. Кулакова үҙ һөнәрен тулыһынса үҙләштереп, пландан тыш норманы күпкә арттырып үтәй.
1971 йылда А.И.Кулакова юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә ирешеү өсөн ярыштың инициаторы булып сығыш яһай. Үҙ бурысын тормошҡа ашырып, биш йыллыҡ заданиены 2 йыл да 9 ай эсендә башҡарып сыға һәм биш йыллыҡ аҙағына тиклем тағы өс йыллыҡ продукция нормаһын бирә.
1971 йылдың 26 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән Анна Ильинична Кулакова «хеҙмәт батырлығы өсөн» Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән бүләкләнә.
1974 йылдың 16 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «1973 йылдың пландарын һәм ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә һәм арттырып үтәүҙә уңыштары өсөн» Кулакова Анна Ильиничнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы тапшырыла
Төп эшмәкәрлегенән тыш, А И. Кулакова Новосибирск ҡалаһының Ленин районы халыҡ депутаттары советының депутаты итеп һайлана.
1988 йылда хаҡлы ялға китә.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (16.01.1974)
- Ленин ордены (16.01.1974)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.04.1971)
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- А.И. Кулакованың исеме «Сибсельмаш» производство берекмәһенең Хәрби һәм Хеҙмәт даны монументына индерелә
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Т. Каримов Кулакова Анна Ильинична. «Герои страны» сайты. 30 март 2020 тикшерелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Новосибирск: энциклопедия / редкол.: гл. ред. В. А. Ламин и др. - Новосибирск: Новосиб. кн. изд-во, 2003 г. — 1071 с. — ISBN 5-7620-0968-8
- Новосибирск-Новониколаевск 1893-1993 : События, люди : Сборник / Отв. ред. и авт. предисл. Л. М. Горюшкин. - Новосибирск : Наука : Сиб. изд. фирма, 1993 г. — 471 с. — ISBN 5-02-030250-3
- 22 мартта тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- Алтай крайында тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- 17 августа вафат булғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Новосибирск өлкәһендә вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр