Кулёмина Евдокия Андреевна
Кулёмина Евдокия Андреевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 март 1928 |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород өлкәһе |
Вафат булған көнө | 25 декабрь 2012 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кулёмина Евдокия Андреевна (14 март 1928 йыл — 25 декабрь 2012 йыл) — [[СССР]ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Горький өлкәһе Починковский районының «Красный пахарь» колхозы звено етәксеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евдокия Андреевна Кулёмина 1928 йылда Кочкурово ауылында, хәҙер Түбәнге Новгород өлкәһендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, урыҫ.
1941 йылда, ауыл мәктәбенең биш синыфын тамамлағас, «Красный пахарь» колхозына эшкә урынлаша. 1950 йылда ферма мөдире булып эшләй.
1956 йылда Кулёмина кукуруз һәм шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереү буйынса йәштәр звеноһын етәкләй. 1958 йылда звено юғары производство һөҙөмтәләренә өлгәшә, шуға күрә Ленин орденына тәҡдим ителә[1].
1959 йылда уңыш тағы ла һөҙөмтәлерәк була. Һәр гектарынан 120 центнер кукуруз, 350 центнер шәкәр сөгөлдөрө, 11 центнер етен йыйып алына.
СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 12 мартындағы Указы менән ауыл хужалығында юғары уңыштарға өлгәшкәне һәм уңыш йыйыуҙағы юғары күрһәткестәре өсөн Евдокия Андреевна Кулёминаға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә. Ауыл хужалығында артабан да эшләүен дауам итә.
1962 йылдан 1967 йылға тиклем тракторсылар бригадаһында бригадир булып эшләй. 1974 йылға тиклем Кочкурово Ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе була. 1979 йылда баҡсасылыҡ бригадаһы бригадиры булып эшләй.
СССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. КПСС-тың XXI и XXII съездары делегаты була[2].
Һуңғы ваҡытта тыуған колхозында профком рәйесе булып эшләй. Хаҡлы ялда булып, Кочурово ауылында Пресвятая Троица храмының старостаһы була.
Тыуған ауылында йәшәй. 2012 йылдың 25 декабрендә вафат була. Ауыл зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (12.03.1958)
- Ике Ленин ордены (12.03.1958, 25.12.1959)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (30.04.1966)
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ kakula. 14 марта родились... . Обсуждение на LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников . www.liveinternet.ru. Дата обращения: 12 март 2020.
- ↑ Кулемина, Евдокия Андреевна - Из года в год - высокие урожаи [Текст] - Search RSL . search.rsl.ru. Дата обращения: 12 март 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Труда — нижегородцы. — Нижний Новгород, 2001.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кулёмина Евдокия Андреевна . «Герои страны» сайты.
- 14 мартта тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Түбәнге Новгород өлкәһендә тыуғандар
- 25 декабрҙә вафат булғандар
- 2012 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 6-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары
- КПСС-тың XXI съезы делегаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр