Күжә ( Нөгөш ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күжә
Ҡайҙа ҡоя Нөгөш
Ҡушылдыҡ Ҡайраҡлы (Күжә ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 40 km
Карта

Күжә йылғаһы — Башҡортостандың Бөрйән районындағы йылғаһы. Нөгөштөң (Ағиҙел йылғаһы бассейны) һул ҡушылдығы.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға оҙонлоғо 40 км, бассейн майҙаны 224 км². Көньяҡ Уралдың таулы урмандары аша аға.

Йылғаның башы Баҙал һыртының урта өлөшөнөң көнбайыш битләүендә, Яңы Мөсәт ауылынан 6,5-7 км төньяҡ-көнбайышта[1]. Ағымының дөйөм йүнәлеше — көнбайыш-көньяҡ-көнбайыш. Түбәнге яртыһы «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы буйлап аға. Нөгөш йылғаһының һул ярына тамағынан 115 км өҫтәрәк, Үрге Нөгөш ауылынан 6 км көньяҡ-көнбайыштараҡ (түбән) ҡушыла[2].

Төп ҡушылдығы — Ҡайраҡлы (һул, 10 км оҙонлоғонда).

Бассейнда тораҡ пункттар юҡ.

Гидрология

Йылға башлыса ҡар менән туҡлана. Ағым тиҙлеге 0,8 м/с тиклем. Үҙәне ташлы, киңлеге 10 м-ға тиклем. Бассейны япраҡлы урман һәм ылыҫлы тайга зонаһында урынлашҡан. Һыубаҫар туғайҙарында ҡыуаҡлыҡтар һәм болон үҫемлектәре осрай[3].

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәр буйынса Кама бассейны округына ҡарай. Һыу хужалығы участкаһы — Нөгөш йылғаһы башынан Нөгөш һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел. Йылға бассейны — Кама.

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200312111100017897[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лист карты N-40-103 Старосубхангулово. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
  2. Лист карты N-40-102 Максютово. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
  3. Кужа.
  4. «Кужа» — информация об объекте в Государственном водном реестре