Нөгөш һыуһаҡлағысы
Нөгөш һыуһаҡлағысы | |
---|---|
Ил | |
Оҙонлоғо | уртаса —10 км, иң тәрән урыны — 25 км км |
Киңлеге | уртаса киңлеге 1 км (иң киң урыны 5 км) км |
Майҙаны | 2827 кв.м. км² |
Күләме | 400 млн куб.м км³ |
Иң тәрән урыны | 28 м м |
Уртаса тәрәнлеге | 16 м м |
Һыу йыйыу майҙаны | 25 кв.км км² |
Нөгөш һыуһаҡлағысы Викимилектә |
Нөгөш һыуһаҡлағысы — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Нөгөш йылғаһындағы һыуһаҡлағыс (Ағиҙел йылғаһы бассейны).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нөгөш һыуһаҡлағысы һәм ундағы Нөгөш ГЭС-һы 1967 йылда төҙөлгән. Төҙөлөш барышында плотина эргәһендә Нөгөш ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Һыуһаҡлағыстың көньяҡ ярында Һәргәй ауылы урынлашҡан
Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Мәләүез районы Нөгөш ауылы эргәһендә йылға тамағынан 48 км алыҫлыҡта Башҡортостан милли паркы биләмәһендә урынлашҡан.
Һыуһаҡлағыстың ярҙары текә, урмандар менән ҡапланған. Ял һәм туризм урыны булып тора. Ярҙарын йәйге лагерҙар, санаторийҙар, турбазалар биләй.
Бында балыҡтарҙан алабуға, суртан, ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, шамбы, ағарсаҡ, ажау, ҡорман, йәйен, опто, һыла һ.б. тереклек итә.
Гидроузел ағыҙғысында йылғаның:
- һыу йыйыу майҙаны 2827 кв.м. (йылға бассейнының 74 проценты),
- уртаса тәрәнлеге 16 м (иң тәрән урыны 28 м)*уртаса йыллыҡ ағым күләме 1041 млн куб.м,
- һыуһаҡлағыстың тулы күләме 400 млн куб.м,
- файҙалы күләме 356 млн куб.м,
- һыу өҫтө майҙаны 25 кв.км;
- уртаса оҙонлоғо 10 км (иң оҙон урыны 25 км),
- уртаса киңлеге 1 км (иң киң урыны 5 км) тәшкил итә.
Гидроузел составы:
- тупраҡтан өйөп һалынған плотина — оҙонлоғо 218 м,
- өҫкө һырты буйынса киңлеге -7 м, макс. бейеклеге -31 м);
- Дүрт тармаҡтан торған һәм ташҡын ағыҙғысы (оҙонлоғо 1311,0 м, киңлеге 75,5 м) булған һыу ебәргес ҡоролмаһы;
- плотина эргәһендә гидроэлектростанция булған һыу төбөндәге һыу сығарғыс;
- 750 м оҙонлоҡтағы, 18 м киңлектәге һыу ағыҙыу каналы. Һыуы сөсө.
- Нөгөш ГЭС-һы йылына уртаса 30–32 млн кВт сәғәт электроэнергия етештерә.
Тәғәйенләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағымды миҙгелле көйләү, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын һыу менән тәьмин итеү, электр энергияһы эшләп сығарыу. Шулай уҡ рекреация өсөн файҙаланыла. 1967 йылда төҙөлгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нөгөш һыуһаҡлағысы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.