Күлтау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күлтау
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Күлтау (Таукүл, Таугүл, башҡ. ТаукүлТаукүл) — Башҡортостан  Республикаһының Әлшәй районындағы күл. Һүҙмә -һүҙ әйткәндә  «таулы күл».

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлтау күле урындағы өс убаның береһенең  — урындағы халыҡ телендә Әбдрәшит тауының итәгендә, Ҡырым ауылының көньяҡ өлөшөндә (2005 йылға тиклем Раевка совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы) йәйрәп ята[2]). 1934 йылда, Раевка игенселек совхозы ойошторолған саҡта, совхоздың үҙәк усадьбаһы өсөн Күлтау күле ярындағы Таврик Покровка ауылы эргәһендә ер һайлау тураһында ҡарар ҡабул ителә. 

Легендалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Күлтау һәм  (Ҡырым ауылы) һәм Торнакүл (Әбдрәшит ауылы) араһында тағы ла бер бәләкәй генә түңәрәк күл Ереклекүл бар. Легеда буйынса был күлдәр бер- береһе менән аралаша: электән йәшәгән кешеләр һөйләүе буйынса бер күлдә батып үлгән һыйырҙы икенсе күлдә тапҡандар. 
  • Риүәйәттәр  буйынса, уба -шихандар эсендә күсмә ҡәбиләләрҙең  ҡәберлектәре бар. 
  • Һуғыш йылдарында, электән йәшәгән кешеләрҙең һөйләүе буйынса,  Күлтау тулыһынса кибә. Был урында ҡамыш сабып алалар һәм бесән йыялар. Күптән түгел ваҡытҡа тиклем күл ер аҫты, ямғыр һәм ирегән һыуҙар менән генә туҡланмай, шул уҡ ваҡытта Әбдрәшит тауы төбөнән сыҡҡан шишмә һыуы менән дә туҡлана.  Бер нисә тиҫтә йыл элек шишмәгә һыу торбалары үткәрәләр, был эсәр һыу менән ауыл халҡы ла тәьмин ителә башлай. 

Күл биологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл балыҡҡа бай, унда табан балыҡ  күп,  1,2 килограмға  тиклем тартҡандары ла осрай. Һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар тереклек итә: ҡырағай һуна өйрәк, ҡашҡабаш, сүрәгәй өйрәк, сумғалаҡ, ҡайһы берҙә ҡырағай ҡаҙҙар осоп килә. Яҙ күлдә бер нисә тапҡыр торналар, аҡҡоштар һәм селәндәр күренгән. Күлдә тотошлай төркөмдәре менән ондатралар йәшәй.  

Бысраныу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирә яҡ тәбиғәттең  матурлығы, ҡош һәм балыҡтың күплеге бында балыҡсы, һунарсы, туристарҙы һәм ял итеүселәрҙе йәлеп итә.  Ҡайһы бер йәйге ял көндәрендә яр буйында 100-150 -ләп машиналар туҡтай.  Браконьер-балыҡсылар  500, хатта 1100 метр оҙонлоҡтағы йылымдар ҡуя.  Браконьер- һунарсылар билдәләнгмәгән ваҡыттарҙа кейек ҡоштарҙы аталар. Туристар һыу ятҡылыҡтарын һәм уның ярҙарын  бысраталар, ошо һәм башҡа сәбәптәр менән 2014 йылда күл бәләкәй һаҙлыҡҡа әйләнә. 

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең  исеме һүҙмә-һүҙ тау күле тип аңлатыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Р.С. Гайсина Сохраним природу Башкортостана : Учебно-методическое пособие по экологическому образованию младших школьников. — Китап, 2007. — С. 52-54.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]