Күскилдина Зөлфиә Мансур ҡыҙы
Күскилдина Зөлфиә Мансур ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 март 1976 (48 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, дәүләт хеҙмәткәре |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Күскилдина Зөлфиә Мансур ҡыҙы (19 март 1976 йыл) — балалар яҙыусыһы, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2011)[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөлфиә Күскилдина 1979 йылдың 19 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡый. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетында уҡырға инә, башҡорт халыҡның ауыҙ-тел ижадын төплө өйрәнә. Уҡыу йортон 1998 йылда тамамлай, «Урал батыр» эпосы буйынса диплом эшен яҡлай.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөлфиә Күскилдинаның әҫәрҙәрендә, башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге кеүек, батырҙар ҙа, тылсым да етерлек. Зөлфиә әкиәттәрҙе заман балаларына тәғәйен итеп яҙа белә. Интернет, компьютер менән бәләкәстән мауыҡҡан балаларҙы китап һүҙенә ылыҡтырыу өсөн ауыр заманда фантазияға бай йәш яҙыусы балаларҙың иғтибарын йәлеп итерлек әкиәттәр ижад итә, улар араһында «Батыр хәрефтәр батшалығында», «Оҙонҡул», «Күңелдәге компас», «Моңдоң көсө», «Икмәк көсө», «Хикмәтле һаҡал», «Ҡышын бешкән еләк», «Тылсымлы сәскә», «Тунын һатҡан ҡуян», «Йәйғорло туп» һәм башҡа әкиәттәрҙе килтерергә мөмкин[3]. Зөлфиә Күскилдина балалар тормошондағы ябай ғына ваҡиғаларҙы әкиәткә әйләндерә белә торған әҙибә. Мәктәп уҡытыусылары ла Зөлфиә Күскилдинаның әкиәттәрен дәрестәрҙә ҡуллана, сөнки улар яҡтылыҡ тарата, балаларҙың зиһенен киңәйтә.
«Башҡорт телен өйрәнәбеҙ» — 2009 йылдың октябренән эфирға сыға башлаған тапшырыу — башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы бойомға ашырыу маҡсатында башланған эш. Телевизор аша Ай, Дим һәм Светик менән бергә башҡорт телен өйрәнеүселәр араһында балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә байтаҡ булды. Өфөлә уҙған «Ер һәм кешеләр» халыҡ-ара кино фестивалендә «Башҡорт телен өйрәнәбеҙ» тапшырыуы абруйлы жюри ағзаларының күңеленә лә хуш килде һәм «Балалар өсөн иң яҡшы тапшырыу» номинацияһында I урынды яуланы. Музыкаль биҙәлештең, сценарийҙарҙың һәм текстарҙың профессиональ кимәлдә булыуы ла юғары баһаланды. Һәр береһе ҡыҫҡа спектаклгә торошло тапшырыуҙарҙың сценарийын яҙыусылар араһында балалар яҙыусыһы Зөлфиә Күскилдина лә бар («Башҡорт аты», «Батырҙар», «Урал тауҙары», «Арҡайым», «Алпамыша батыр», «Аҡъял батыр» һәм башҡа телесценарийҙар)[4].
«Тәмле Яңы йыл» китабында ата-әсәгә, өләсәй-олатайға һөйөү тәрбиәләгән әҫәрҙәр байтаҡ ҡына. Тыуған илгә һөйөү ғаиләнән башланғанын автор бәләкәстәргә әкиәттәр ярҙамында аңлата. Китапҡа әкиәт-пьесалар ҙа индерелгән. Педагогия фәндәре кандидаты Фәниә Сынбулатова Йәштәр премияһы Зөлфиә Күскилдинаға бирелеүен оло мәртәбә тип иҫәпләй, сөнки «балалар яҙыусыларына бындай иғтибар һирәк эләгә» һәм уның әҫәрҙәренең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала:
Зөлфиә Күскилдинаның «Атайымды яртыға бүләйек», «Шәжәрә тәмлеме?», «Атайым-атаҡайым» әкиәттәре әсәй менән бергә атайҙы ҙурлауы менән әһәмиәтле. «Әсәйҙең ҡанаты аҫтында», «Кәзә бәрәстәре аш бешергән», «Алтынайҙың ҡоймағы», «Кәбеҫтә» һәм башҡа әҫәрҙәр ғаиләгә һөйөү тәрбиәләй. Мин һәр дәреслектә тыуған ергә, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тураһында әкиәттәр индерәм. З. Күскилдинаның бөгөн бик актуаль булған экология темаһына «Урмандың күҙ нуры», «Икмәк валсығы», «Тылсымлы сәскә», «Баҡса һылыуҙары» кеүек әкиәттәре дәреслектәргә индерерлек кимәлдә яҙылған[5]
.
«Тәмле Яңы йыл» тип аталған балалар өсөн әкиәт һәм хикәйәләр йыйынтығы өсөн БР Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре Зөлфиә Күскилдинаға Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһын тапшырған саҡтағы телмәренән:
— Бала саҡтан яҙышам. Әҫәрҙәремә тәүге баһа биреүсем — әсәйем. Ул ижади тормошомда юл башлаусы булды. «Аҡбуҙат» журналында балалар өсөн эшләгәндә емешле генә ижад итергә яҙҙы. Премияға тәҡдим ителгән китабым — балалар өсөн икенсе китабым.
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын алыу — минең өсөн оло мәртәбә. Был исемде тулҡынланып, ҡыуанып, ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итәм[6]
.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2011)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- ↑ В Правительстве Башкортостана назвали лауреатов молодежной премии имени Бабича за 2010 год (рус.)
- ↑ Әкиәттә хикмәт күп
- ↑ Башҡорт телен өйрәнәбеҙ(недоступная ссылка)
- ↑ Әкиәттә хикмәт күп
- ↑ Йөрәгегеҙҙә ижад осҡоно һүнмәһен!
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт телен өйрәнәбеҙ(недоступная ссылка)
- Йөрәгегеҙҙә ижад осҡоно һүнмәһен!
- Әкиәттә хикмәт күп
- Магия сказки 2017 йыл 22 апрель архивланған.