Кәбиров Артур Зиннур улы
Уҡыу көйләүҙәре
| Кәбиров Артур Зиннур улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1985 |
| Тыуған урыны | Арый, Дыуан районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | актёр |
| Уҡыу йорто | М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы |
Кәбиров Артур Зиннур улы (10 апрель 1985 йыл) — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[1] (2023), Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты[2] (2017), Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты [3](2022).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Артур Зиннур улы Кәбиров 1985 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Арый ауылында тыуған[4]. Арый урта мәктәбендә белем ала.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, Бөтә Рәсәй М. С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында В. П. Селезнёв оҫтаханаһында театр сәнғәте серҙәрен өйрәнә.
2007 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.
Ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнаған ролдәре:
- Рәми Ғарипов — «Февраль. Буран…»
- Закир — «Ҡара йөҙҙәр»
- Тимерхан — «Нәркәс»
- Ильяс — «Хыялға ҡаршы»
- Миңлеғәле Шайморатов — «Ат уйнатып алдан бара…»
- «Ҡырағай» кинофильмында (режиссёр Ф. Утарбаева)
- «Ургала» кинофильмында (режиссёр А. Асҡаров).