Кәмбрәк (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәмбрәк
Ҡайҙа ҡоя Үрек (Нөгөш ҡушылдығы)
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

КәмбрәкБашҡортостандың Ишембай районындағы йылға. Үрек йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Шишмәһе-Бөрйән районында башланған Ушарлаҡ һыртының (706 м) көнбайыш битләүендә . Ары көньяҡ- көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа Ишембай районы буйлап аға. Үрек йылғаһына тамағына 42 км ҡала барып ҡушыла. Оҙонлоғо- 15 км.

Бассейн округы — Кама йылғаһы. Йылға бассейны — Кама. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел. Һыу хужалығы участкаһы- Нөгөш. Һыу хужалығы участкаһы — инешенән башлап тамағына тиклем Нөгөш йылғаһы.

Дәүләт һыу объекттары реестрында ул шишмә булараҡ иҫәпкә алынған. Ярҙарында һоро урман тупрағында ҡатнаш урмандар үҫә. Талғысҡан менән Кәмбрәк йылғаһы Ҡансаҡ һыртын өскә бүлеп аға.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Камбар (Ҡамбар)- боронғо төрки илаһы, йылҡы малының эйәһе, камбар һәм «үк» (үек, ыҡ) (йылға) һүҙҙәренән яһалған атама тип ҡарарға була. Камбар йылға өҫтөндә келәмдә ултырып, ҡыллы музыка ҡоралында уйнап ултырған тип күҙ алдына килтергәндәр.

Бынан тыш йәнәй башҡорттарының бер ырыуы «ҡамбар» тип аталған. Тимәк «Камбар» исеме башҡорттар араһныда таралған булған. Ул әле фамилияларҙа һаҡланып ҡалған.

Кәмбрәк йылғаһының әйтелеше башҡорт теле ҡағиҙәләренә ярашлы «Кәмберәк» булып яңғырарға тейеш.

Дәүләт һыу объекттары реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыу объекты коды 10010200312211100017993

Һыу объекты төрө Шишмәләр

Гидрологик өйрәнеү коды 111101799

ГӨ томы һаны 11

ГӨ буйынса сығарылыш 1

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.