Кәримов Хәбир Хәйбулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәримов Хәбир Хәйбулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 июнь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны Үрге Таш (Мәләүез районы), Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, мәктәп директоры
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Кәримов Хәбир Хәйбулла улы (1 июнь 1942 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. 1971—2002 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы 3-сө урта мәктәбе һәм гимназияһы директоры. Башҡорт АССР-ының (1991) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983), 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2001), Мәләүез ҡалаһының һәм районының почётлы гражданы ().

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәбир Хәйбулла улы Кәримов 1942 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы[1] Түбәнге Таш ауылында тыуған.

1949 йылда урындағы башланғыс мәктәптең беренсе синыфына бара, артабан уҡыуын Әбет ете йыллыҡ һәм Йомағужа урта мәктәптәрендә дауам итә. 1959 йылда һуңғыһын РСФСР Мәғариф министрлығының «Уҡыуҙа юғары уңыштары һәм өлгөлө тәртибе өсөн» миҙалы менән тамамлай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының[2] физика-математика факультетына уҡырға инә. Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген юғары һөнәри белем алғандан һуң, 1964 йылда, ошо педагогия институты уҡытыусыһы — юғары математика кафедраһы ассистенты булып башлай.

1965—1971 йылдарҙа Мәләүез районы Нөгөш урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы.

1971 йылдың авгусынан 2002 йылдың авгусынаса Мәләүез ҡалаһынынң 3-сө урта мәктәбе (1998 йылдың февраленән — гимназия) директоры. Ошо айҙа хаҡлы ялға сыға, шулай булыуға ҡармаҫтан 2018 йылдың 31 майына тиклем педагогик эшмәкәрлеген дауам итә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991):
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992);
  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2001);
  • Мәләүез ҡалаһының һәм районының почётлы гражданы ().

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]