Ишбаев Кәрим Ғайса улы
Кәрим Ғайса улы Ишбаев | ||||
Тыуған көнө | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||
Вафат көнө | ||||
Вафат урыны |
Стәрлетамаҡ ҡалаһы | |||
Ил |
СССР, Рәсәй | |||
Ғилми даирәһе | ||||
Альма-матер |
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты | |||
Ғилми дәрәжәһе |
Филология фәндәре докторы (1996) | |||
Ғилми исеме |
профессор (2000) | |||
Награда һәм премиялары |
| |||
Ишбаев Кәрим Ғайса улы (9 февраль 1937 йыл — 15 март 2015 йыл) — ғалим-башҡорт тел белгесе, педагог. 1976—2015 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан — башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1983 йылдан — башланғыс кластар факультетының декан урынбаҫары, 1990 йылдан башҡорт һәм рус филологияһы һәм уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәрим Ғайса улы Ишбаев Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылында тыуған.
1955—1958 йылдарҙа Хәйбулла районы Иҫәнгилде 7 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1963 йылдан Аллабирҙе 8 йыллыҡ мәктәбендә эшләй. 1970 йылдан тыуған ауылы мәктәбе директоры.
1976—2015 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан — башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1983 йылдан — башланғыс кластар факультетының декан урынбаҫары, 1990 йылдан башҡорт һәм рус филологияһы һәм уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. 1998 йылдан — Башҡортостан Фәндәр Академияһының Стәрлетамаҡ филиалында бүлек, бер үк ваҡытта лаборатория мөдире булып эшләй[1].
2015 йылдың 15 мартында вафат була.
Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленең морфологияһы, лексикографияһы, лексикологияһы, һүҙьяһалышы, морфемикаһы, морфологияһы. «Башҡорт теленең паронимдар һүҙлеген» (2001), «Башҡорт теленең һүҙьяһалыш һүҙлеген» (2005) төҙөүселәрҙең береһе. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2007).
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986).
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙьяһалышы. Өфө, 1994;
- Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981 (авторҙ.);
- Имя прилагательное в башкирском языке. Уфа, 2011 (авторҙ.);
- Инфинитив в башкирском языке // Уч. пособие. Уфа, 1982.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2016 йылдың 25 майында Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе урта мәктәбенең юбилейы менән бәйле тантаналы сарала Кәрим Ишбаевҡа таҡтаташ ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ишбаев Кәрим Ғайса улы (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2022)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишбаев Кәрим Ғайса улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2022)
- 9 февралдә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Төйлөгән районында тыуғандар
- 15 мартта вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт теле белгестәре
- Филология фәндәре докторҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Шәхестәр:Башҡортостан Фәндәр Академияһы
- Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаттары
- Ырымбур өлкәһе башҡорттары
- Башҡортостан шәхестәре