Кәшфуллин Әсхәр Кәшфулла улы
Кәшфуллин Әсхәр Кәшфулла улы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Шыршы-Тартыш ауылы |
Вафат булған көнө: |
июль 2018 йыл |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Кәшфуллин Әсхәр Кәшфулла улы (17 август 1930 йыл — июль 2018 йыл) — шағир. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әсхәр Кәшфулла улы Кәшфуллин 1930 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Шыршы-Тартыш ауылында тыуған. Атаһы Кәшфулла Нәсибулла улы Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтмай. Ағалы-ҡустылы Кәшфуллиндар эшкә егелә, әсәләренә донъя көтөргә ярҙам итәләр. Әсхәр Кәшфуллин башта тыуған ауылында уҡый, һуңынан — Кушнаренко урта мәктәбендә белем ала. 1948 йылда Өфөлә һөнәрселек училищеһын тамамлай, артабан электр-техник техникумында уҡый. Заводта ябай эшсенән алып инженерға тиклем хеҙмәт юлын үтә. Тәүге шиғыры «Ленинсы» гәзитендә баҫыла. Бер бөртөк туғаны Афғандың вафаты уның ижадына ныҡ тәьҫир яһай[1].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1993 йылда Әсхәр Кәшфулла улын «Шәреҡ» радиоһына эшкә саҡыралар. Уның йомшаҡ, яғымлы тауышы радио тыңлаусыларға оҡшап ҡала, ул ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойоштора, тура эфирҙар алып бара. Осрашыуҙарға республиканың билдәле шәхестәрен, артистарын, шағирҙарын, композиторҙарын саҡыра. Шул уҡ ваҡытта ул әүҙем ижади тормош алып бара, уның шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙыла, «Печали мои перенеслись в песни», «Летят гуси», «Жизни короткий миг» исемле китаптары донъя күрә. Әҫәрҙәренең тематикаһы: изгелек, намыҫ идеалдары, әхлаҡ нигеҙҙәре. Уның шиғырҙарына йырҙарҙы билдәле композиторҙар яҙа — Рим Хәсәнов, Нур Даутов (Баҡыр шишмә«»), Мөфтәдин Ғиләжев, Фирзәр Мортазин, Илдар Шәрипов («Ышандыр»), бик күп йырҙарҙы Риф Арыҫлан ижад иткән («Тормош шунан ҡоролған», «Кем ғәйепле», «Ҡағылмағыҙ яңылыш» һәм башҡалар). Йырҙарҙы Айҙар Ғәлимов, Радик Динәхмәтов, Резеда Әминева, Салауат Фәтхетдинов, Хәлиҙә Бигичева, Илһам Вәлиев, Туйсин Илсур, Мәсәлимова Рәүилә һәм башҡалар яратып башҡаралар[1][2]. Республика кимәлендә һәм шағирҙың тыуған яғы, Кушнаренко районында, Әсхәр Кәшфуллиндың юбилейҙарын ҙурлап үткәрәләр, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа уның хөрмәтенә йырлы-моңло осрашыуҙар, кисәләр үткәрәләр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Асхар Кашфуллин — поэт-песенник (к 85-летию со дня рождения)
- ↑ Медный родник. Аскар Кашфуллин(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асхар Кашфуллин — поэт-песенник (к 85-летию со дня рождения)
- Медный родник. Аскар Кашфуллин (недоступная ссылка)